Бактериялар — версиялар араһындағы айырма

 
== Туҡланыу ==
'''Туҡланыу ''' — тере организмдарҙың үҙ тәндәрен туҡлыҡлы матдәләр һәм энергия менән тәьмин итеү ысулы.
 
'''===Туҡланыу ысулы буйынса бактерияларҙың төркөмдәре'''===
 
*'''Гетеротрофтар''': сапротрофтар, симбионттар, паразиттар һәм йыртҡыстар.
 
*'''Автотрофтар''':фототрофтар һәм хемотрофтар. .
 
Күпселек бактериялар  — гетеротрофтар (грекса «гетеро»  — төрлө һәм «трофос»  — туҡландырам), йәғни улар әҙер органик матдәләр менән туҡланалар (сапротрофтар) йәки башка организмдарҙа, шул иҫәптән кешелә лә, паразитлыҡ (паразиттар, йәғни, ауырыу тыуҙырыусылар) итәләр.
 
Күҙәнәктәре күперсектәр менән тоташҡан ҡайһы бер колониаль бактериялар үҙенә бер төрлө епле структуралар барлыҡҡа китерә. Бындай колониялар, хәрәкәтләнеп, вак тере организмнарны (бактерияләрне, иң түбән төзөлөшлөләрҙе һ. б.) эләктерәләр. Уларҙы уратып алып тарҡаталар..
 
Автотроф (грекча «авто»—үзем һәм «трофос»— туҡландырам) бактериялар күп түгел. Уларҙың бер өлөшө, хемосинтезға һәләтле булып, үҙ тәнен төҙөү өсөн кәрәкле энергияны органик булмаған матдәләрҙең окисланыу реакцияларынан алалар (хемосинтетиктар).
 
Ҡайһы үҙ тәнен төҙөү өсөн кәрәкле энергияны [[фотосинтез]] юлы менән алалар. Был төркөм фотосинетиктар тип атала.
 
[[Кислород]]ҡа ҡарата мөнәсәбәте буйынса, бактериялар аэробтарға һәм анаэробтарға бүленә. Аэробтар  — фәҡәт кислородлы мөхиттә генә йәшәй ала торган бактериялар.
 
Анаэробтар кислородһыҙ юл (әсетеү ысулы) менән энергия ала торған бактериялар. Бынан тыш, кислородлы һәм кислородһыҙ мөхиттә лә йәшәй алыусы бактериялар төркөмдәре билдәле.
4236

үҙгәртеү