Баяс (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1 юл:
'''«Баяс»''' — башҡорт халыҡ йыры, [[оҙон көй]].
 
"Баяс йырының көйөн тәүге тапҡыр Ғ.З. Сөләймәнов яҙып ала һәм үҙенең 1985 йылда сыҡҡан "Ҡурай" китабына индерә. Артабан яҙманы Ф.Х. Камаев эшләй.
Йыр лирик-эпик характерҙа. Риүәйәт буйынса, Орск өйәҙенең Күсей ауылында йәшәүсе йәйләү старшинаһы йырсы, ҡурайсы Баяс (Баязетдин) ябай халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлай, ошо сәбәпле ҡулға алына һәм Себергә һөрөлә. Һөргөндән ҡасып, тыуған яҡтарында йәшеренеп йөрөй. Фараз буйынса, "Баяс" йырының авторы.
"Баяс" көйөнөң ике варианты бар. Тәүгеһе тотанаҡлы ҡырыҫ характер менән башҡарыла. Икенсеһе - лирик йүнәлешле, үҙенсәлекле моңло биҙәктәргә бай.
Йырҙы оҫта башҡарыусылар - Ғ.З. Сөләймәнов, С.Ә. Абдуллин, Р.Ғ. Бүләкәнов, Ф.Ә. Килдейәрова, Т.Х. Үҙәнбаева һ.б.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Баяс_(йыр)» битенән алынған