Вәлиев Лек Вәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
Төрлө сәхнәләрҙә [[ М. Кәрим]], [[Н. Нәжми]], [[Нәжиб Асанбаев|Н. Асанбаев]], [[Йомағолов Илшат Хәлил улы|И. Йомағолов]], [[Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы|М. Буранғолов]], [[Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы|Х. Ибраһимов]], [[Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы|И. Абдуллин]], [[Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы|М. Садиҡова]] пьесалары буйынса 50-нән ашыу спектаклдәр ҡуя. Шулай уҡ А. Н. Островский, М. Горький, Л. Пиранделло, [[М. Ғафури]], У. Сароян, Н. Хикмәт, С. Айтматов әҫәрҙәре буйынса постановкалар ҡуя.
 
Лек Вәлиевтың «Нәркәс» ([[Йомағолов Илшат Хәлил улы|И. Йомағолов]]), «Салауат» ([[М. Кәрим]]), «Тиле йәшлек» ([[Ибраһим Абдуллин|И. Абдуллин]]), «Онотолған» (Н. Хикмәт), «Лиола» (Л.Пиранделло), «Аҙаҡҡылар» [[(М. Горький]]), «Утлы өйөрмә» ([[Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы|Ә. Мирзаһитов]]) һәм башҡа спектаклдәре нескә лиризм, фәлсәфәлек менән һуғарылған, геройҙарҙың характерҙарына тәрән инеү уның режиссерлыҡ үҙәнсәлеге булып тора.
 
Л. Вәлиевтың художестволы алымы Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» документтарға нигеҙләнгән драмаһы буйынса спектаклендә айырыуса ныҡ сағылдырыла. Спектакль Яҡын Көнсығыш илдәрендә беренсе совет дипломатының батырлығына һәм СССР-ҙың 60 йыллығына бағышлана һәм ул дәүерҙә республиканың мәҙәни тормошонда һәм шулай уҡ башҡа илдәрҙә мөһим ваҡиға булып ҡабул ителә<ref>[http://bashdram.ru/news/rezhisser-s-osobym-darom.html]</ref>.