Вәлиев Лек Вәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
9 юл:
Төрлө сәхнәләрҙә [[ М. Кәрим]], [[Н. Нәжми]], [[Нәжиб Асанбаев|Н. Асанбаев]], [[Йомағолов Илшат Хәлил улы|И. Йомағолов]], [[Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы|М. Буранғолов]], [[Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы|Х. Ибраһимов]], [[Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы|И. Абдуллин]], [[Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы|М. Садиҡова]] пьесалары буйынса 50-нән ашыу спектаклдәр ҡуя. Шулай уҡ А. Н. Островский, М. Горький, Л. Пиранделло, [[М. Ғафури]], У. Сароян, Н. Хикмәт, С. Айтматов әҫәрҙәре буйынса постановкалар ҡуя.
 
Лек Вәлиевтың «Нәркәс» ([[Йомағолов Илшат Хәлил улы|И. Йомағолов]]), «Салауат» ([[М. Кәрим]]), «Тиле йәшлек» ([[Ибраһим Абдуллин|И. Абдуллин]]), «Онотолған» (Н. Хикмәт), «Лиола» (Л.Пиранделло), «Аҙаҡҡылар» [[(М. Горький]]), «Утлы өйөрмә» ([[Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы|Ә. Мирзаһитов]]) һәм башҡа спектаклдәре нескә лиризм, фәлсәфәлек менән һуғарылған, геройҙарҙың характерҙарына тәрән инеү уның режиссерлыҡ үҙәнсәлеге булып тора.
 
Л. Вәлиевтың художестволы алымы Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» документтарға нигеҙләнгән драмаһы буйынса спектаклендә айырыуса ныҡ сағылдырыла. Спектакль Яҡын Көнсығыш илдәрендә беренсе совет дипломатының батырлығына һәм СССР-ҙың 60 йыллығына бағышлана һәм ул дәүерҙә республиканың мәҙәни тормошонда һәм шулай уҡ башҡа илдәрҙә мөһим ваҡиға булып ҡабул ителә<ref>[http://bashdram.ru/news/rezhisser-s-osobym-darom.html]</ref>.
 
Лек Вәли улы республика режиссура мәҙәниәтенең иң күренекле вәкилдәренең береһе була. Үҙенең художество оҫталығы арҡаһында милли театрға үҙенә башҡа интонация биреүгә һәләтле булған. Уның ижадында башҡорт театр сәнғәтенең милли характерының мөһим дәүмәлдәре кәүҙәлендерелгән. [[Мөхәммәтша Буранғолов|М. БуранғоловтыңБуранғолов]]тың "«Башҡорт туйы"»н ([[Сибай дәүләт башҡорт драма театры|Сибай башҡорт театры]]) иҫкә төшөрөү етә. Лек Валиевтың спектаклдәрендәге геройҙар өсөн әһәмиәтле булған кешелек абруйы, намыҫ, дуҫлыҡ, тоғролоҡ мәсьәләләре — уның үҙе өсөн дә бик мөһим була. Ул үҙенсәлекле һәләткә эйә, үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә, башҡалар араһында күренеп тора, үҙенә бер төрлө, матур һәм көслө була<ref>[http://bashdram.ru/news/rezhisser-s-osobym-darom.html]</ref>.
 
== Әҫәрҙәре ==