ДНК: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
90 юл:
ДНК молекулаһының был варианты В-форма тип атала һәм күпселекте тәшкил итә.Әммә һуңғы йылдарҙа А-,С-,Z-формалары барлығы ла асылған.
<ref>{{cite web|url=http://www.scientificamerican.com/slideshow.cfm?id=10-nobel-snubs#5|title=No Nobel for You: Top 10 Nobel Snubs. Rosalind Franklin--her work on the structure of DNA never received a Nobel|author=Erica Westly|date=2008-10-06|work=|publisher=Scientific American|accessdate=2013-11-18|lang=en|archiveurl=http://www.webcitation.org/6MTw9Qugx|archivedate=2014-01-09}}</ref>.
 
==ДНК молекулаһының төҙөлөш кимәлдәре==
#'''Спираль формаһында төрөлгән полинуклеотид сынйыр''' - беренсел төҙөлөш кимәле булып тора. Йәғни, сынйырҙағы 3’,5’-фосфодиэфир бәйләнештәр яһап тоташҡан нуклеотидтар теҙмәһендәге эҙммә-эҙлелек һәм дөйөм һаны ҙың. Шулай итеп һәр сынйырҙың бер осо — 3’-ос (дезоксирибоза) һәм икенсеһе 5’-ос(фосфатный) булып тора.Уларҙың генетик мәғлүмәткә эйә өлөштәре структур гендар тип атала.
#'''Ике сынйырлы спираль молекула –''' икенсел төҙөлөш кимәле булып тора. Сынйырҙар бер-береһенә — антипараллель. Уларҙы комплементар азотлы нигеҙҙәрараһында барлыҡҡа килгән водород бәйләнештәре тотоп тора. Һәр спираль боролошон 10 нуклеотид төҙөй һәм оҙонлнғо 3,4 нм булып тора. Был төҙөлөш кимәлен Ван-дер-Ваальсов көстәре тотоп тора. Шулай уҡ, электростатик тәьҫирләшеү икенсел төҙөлөш кимәленә тотороҡло булырға булышлыҡ итә.Был бәйләнештәр гистондарҙың ыңғай зарядлы һәм ДНК сынйырының тиҫкәре зарядлы өлөштәре араһында барлыҡҡа килә.
#'''Өсөнсөл төҙөлөш кимәле''' — ДНК молекулаһының гистон аҡһымдары менән уратылып, ҡат-ҡат төрөлөп нуклеосомалар тип аталған урындар барлыҡҡа килтереүе (суперспирализация). Гистондарҙың 5 төрө асыҡланған: Н1, Н2А, Н2В, Н3, Н4.
#'''Нуклеосомаларҙың хроматин яһап төрөлөүе''' – дүртенсел төҙөлөш кимәле булып тора. Шуға ла, бик оҙон ДНК молекулалары ла (бер нисә сантиметр) бер нисә нанометр ҙурлыҡта ғына була. Был турала мәғлүмәттәр ошо сайтта: SYL.ru: https://www.syl.ru/article/174075/new_stroenie-dnk-osobennosti-shema-kakoe-stroenie-imeet-molekula-dnk
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/ДНК» битенән алынған