ДНК: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
39 юл:
ДНК сынйырында нуклеотидтар бер нуклеотидтың углеводы һәм күрше нуклеотидтың фосфор кислотаһы аша тоташа. Улар ныҡлы ковалент бәйләнеш менән тоташҡан.
 
Шулай итеп, ДНК-ның һәр ебесынйыры полинуклеотидты тәшкил итә. Был — нуклеотидтарҙың билдәле бер ҡәтғи тәртиптә урынлашҡан оҙон сынйыры.
ДНК-ың сынйырҙары азотлы нигеҙҙәре аша азотлы «тоташып» икеләтә спираль барлыҡҡа килтерә. Был нигеҙҙәр бер-береһенә водородлы бәйләнеш барлыҡҡа килерлек дәрәжәлә бик ныҡ яҡын килә.
 
Тоташыусы нуклеотидтарҙың урынлашыуында мөһим законлылыҡ бар: бер сынйырҙағы А ҡаршыһына һәр ваҡыт икенсе сынйырҙа Т тура килә, ә бер сынйырҙағы Г ҡаршыһына һәр ваҡыт Ц тура килә.
 
Нуклеотидтар тик шундай тәртиптә урынлашҡанда ғына икеләтә спиралдең бөтә оҙонлоғо буйынса сынйырҙар араһында бер тигеҙ алыҫлыҡ булдырыла.

Бер-береһенә ҡаршы урынлашҡан нигеҙҙәр араһында водородлы бәйләнештәрҙең иң күп һанының барлыҡҡа килеүе тәьмин ителә (Г менән Ц араһында өс водородлы бәйләнеш һәм А менән Т араһында ике водородлы бәйләнеш).
Бындай тап килеүҙәрҙең һәр береһендә ике нуклеотид та бер-береһен тулыландырып торған кеүек була. «Тулыландырыу» һүҙе латин телендә «комплемент» тип атала.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/ДНК» битенән алынған