Ядро ҡоралы — версиялар араһындағы айырма

1832 байт өҫтәлгән ,  3 года назад
 
 
Ядро ҡоралының эшләүе ядро шартлатыу ҡоролмаһы шартлау энергияһын ҡулланыуға ҡоролған. Шартлау энергияһы идара итеп булмай торған лавина кеүек барған ауыр ядролар сылбырлы реакцияһы, йә термоядро синтезы реакцияһы һөҙөмтәһендә бүленеп сыға.
 
=== Ядро шартлау ҡоролмалары ===
Тәбиғәттә ядролары сылбырлы бүленеүгә һәләтле булған матдәләр бар. Ядро ҡоралында [[Уран-235]] йәки [[Плутоний-239]] ҡулланыла.
 
[[Уран (элемент)|Уран]] элементының тәбиғәттә өс изотобы бар: [[Уран-238|<sup>238</sup>U]] (тәбиғи урандың 99,2745 % ), [[Уран-235|<sup>235</sup>U]] (0,72 %) һәм <sup>[[Уран-234|234]]</sup>[[Уран-234|U]] (0,0055 %). Тик <sup>235</sup>U изотобы ғына сылбырлы ядро бүленеү реакцияһына һәләтле. Ядро бомбаһында <sup>235</sup>U изотобы
80 %-тан да кәм булмаҫҡа тейеш. Шуға күрә ҡорал өсөн етештерелгән уран байытылырға тейеш.
 
Байытыу процессына альтернатива булараҡ [[Плутоний-239]] бомбаһын эшләргә була. Плутоний тәбиғәттә осрамай, был элементты яһалма юл менән <sup>238</sup>U изотобын нейтрон нурланышында тарҡатып алырға мөмкин. Технологик яҡтан был нурланыш ядро реакторҙарында башҡарыла. Нурландырылғандан һуң составында яңы барлыҡҡа килгән плутоний булған уранды радиохимия заводына ебәрәләр, был заводта плутонийҙы химик юл менән айырып алалар.Реакторҙың нурланышын кәрәкле плутоний изотобы алырға көйләйҙәр.
 
== Әҙәбиәт ==
36 084

үҙгәртеү