Цитология: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
90 юл:
 
Шулай уҡ, клиник цитологияның мөһим бүлеге булып онкоцитология тора. Уның алдында шеш процестарын диагнозлау бурысы ҡуйылған.
==Күҙәнәктәрҙең төҙөлөш кимәлдәре==
*Прокариот күҙәнәк
*Эукариот күҙәнәк
Организмдарҙың күҙәнәкле төҙөлөшөн яҡтылыҡ оптикаһы һәм электрон микроскоптар аша өйрәнеү, уларҙың төҙөлөш буйынса ике төркөмгә бүленеүен күрһәтә.
 
Бер төркөмдө бактериялар һәм күкһел йәшел ылымыҡтар тәшкил итә. Уларҙың күҙәнәктәрендә ядролары юҡ. Йәғни, нәҫел материалдары цитоплазмала ята. Шуға күрә, бындай ядроһыҙ күҙәнәкле организмдарҙы (гр. «карион» — ядро)прокариоттар тип атайҙар.
 
Прокариот күҙәнәктәрҙә, шулай уҡ, мембраналы органоидтар тип аталған структуралар юҡ.
 
Икенсе төркөмгә ҡалған бөтә организмдар:үҫемлектәр, бәшмәктәр, хайуандар инә. Улар ядролы (эукариотик) тип аталған ҡатмарлы төҙөлөшлө күҙәнәктәрҙән тора. Был күҙәнәктәрҙең махсус функциялар үтәгән органоидтары һәм ядроһы бар.
 
Тереклектең күҙәнәк булмаған айырым формаһын вирустар тәшкил итә. Уларҙы вирусология тип аталған фән өйрәнә.
 
== Шулай уҡ ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Цитология» битенән алынған