Цитология: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
41 юл:
Рәсәй Фәндәр академияһының академигы Карл Бэр һөтимәрҙәрҙең инә күҙәнәген аса. Күп күҙәнәкле бөтә организмдарҙың да бер күҙәнәктән үҫә башлауын иҫбатлай. Был күҙәнәк зигота тип атала. К. Бэрҙың асышы күҙәнәктең төҙөлөш берәмеге генә түгел, ә бөтә тере организмдарҙың да үҫеш берәмеге икәнлеген раҫлай
 
1870 йылда ике эукариоттар күҙәнәктәрҙең бүленеү ысулдарын асалар(митоз һәм мейоз). Ә 10 йылдан генетика был күренештәрҙең цитогенетик нигеҙҙерен асыҡлай.
Шулай итеп, күҙәнәк тәғлимәтенең барлыҡҡа килеүе цитология фәненә нигеҙ һәла һәм уның барлыҡҡа килеү йылы булып тора.
 
'''Күҙәнәктәрҙең химик төҙөлөшөн өйрәнеү шундай һығымталарға алып килә''':
Юл 51 ⟶ 52:
 
Күҙәнәктәрҙең химик составының оҡшашлығы тураһындағы мәғлүмәттәр бөтә органик донъяның берлеген тағы ла бер тапҡыр раҫлай.
 
==Хәҙерге күҙәнәк тәғлимәте==
 
Күҙәнәк теорияһы үҙенең әһәмиәтен хәҙерге көндә лә һаҡлай. Әммә фән бер урында тормай. Цитология фәненең барлыҡҡа килеүенә лә бер быуаттан ашыу йыл үткән.
 
Ошо дәүер эсендә организм күҙәнәктәренең төҙөлөшө, функцияһы, химик составы, үрсеүе һәм үҫеше тураһында бик күп яңы асыштар яһалған. Күҙәнәк тураһында тәғлимәт тә яңы мәғлүмәттәр тулыландырылған.
 
'''''Күҙәнәк — бөтә тере организмдар төҙөлөшөнөң һәм үҫешенең төп берәмеге, тереклектең иң бәләкәй берәмеге''''';
 
'''Хәҙерге күҙәнәк тәғлимәтенең төп фекерҙәре:'''
 
*бөтә бер күҙәнәкле һәм күп күҙәнәкле организмдар үҙҙәренең төҙөлөшө, химик составы, тереклек итеү, матдәләр алмашыныуының төп күренештәре менән оҡшаш;
 
*күҙәнәктәрҙең үрсеүе уларҙың бүленеү юлы менән бара, һәр яңы күҙәнәк башланғыс (инә) күҙәнәктең бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә;
 
*күп күҙәнәкле ҡатмарлы организмдарҙа күҙәнәктәр, үҙҙәре башҡарған функциялар буйынса махсуслашып, туҡымалар барлыҡҡа килтерә; органдар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән туҡымаларҙан тора һәм көйләүҙең (регуляция) нервылар һәм гумораль системаларына буйһонған.
==Цитология фәнең әһәмиәте==
Цитология фәне организмдарҙы молекуляр һәм күҙәнәк кимәлдә өйрәнә.Организмда барған бөтә әүерелештәр иң элементар кимәл — молекуляр һәм күҙәнәк кимәленән башлана.
Шуға ла, күҙәнәктәрҙе тикшереү ауырыуҙарҙың серен асыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ауырыуҙар барлыҡҡа килтереүсе патологик үҙгәрештәр тап бына күҙәнәктәрҙә үҫешә башлай. Мәҫәлән, шәкәр диабеты — кешеләге иң етди сирҙәрҙең береһе.
 
Был ауырыуҙарҙың сәбәбе — организмда шәкәр алмашыныуын көйләүсе инсулин гормонын эшләп сығарыусы ашҡаҙан аҫты биҙҙәрендәге күҙәнәк төркөмдәренең насар эшмәкәрлеге.
 
Яман шештәрҙең үҫешенә килтереүсе кире үҙгәрештәр шулай уҡ күҙәнәктәр кимәлендә барлыҡҡа килә.
 
Йорт ҡуяндарының, тауыҡтар, ҡаҙҙар һәм өйрәктәрҙең ҡурҡыныс ауырыуҙарының береһе — кокцидиоз. Сирҙе тыуҙырыусылар — иң ябай паразиттар — кокцидиялар эсәк эпителияһына һәм бауыр күҙәнәктәренә үтеп инә, шунда үрсеп һәм үҫеп, матдәләр алмашыныуын тулыһынса боҙа.
 
Аҙаҡ килеп, был күҙәнәктәрҙе тарҡатып ҡуя. Кокцидиоз менән ауырыған хайуандарҙың аш һеңдереү системаһы эшмәкәрлеге ныҡ боҙола. Әгәр дауаламаһаң, хайуандар һәләк була.
 
Ҡалҡан биҙе сиренең сәбәбе лә молекуляр кимәлдә тироксин гормоны етештереү процесының боҙолоуынан башлана.Тироксин синтезлау өсөн йод етешмәһә, тироксиндың дефицитын организм ҡалҡан биҙен үҫтереү юлы менән тулыландырыға тырыша башлай.
 
Әлбиттә, был юл менән тироксин синтезланмай. Оператив юл менән ҡалҡан биҙенең бер өлөшөн ҡырҡып ташлау ваҡытлыса ярҙам итһә лә, сирҙе туҡтата алмай. Шуның өсөн дә, сирҙең молекуляр һәм күҙәнәк кимәлен асыҡлау, бөгөнгө көндә сир менән уңышлы көрәшергә мөмкинлек бирә.
 
Бына ни өсөн күҙәнәктәрҙең төҙөлөшөн, химик составын, матдәләр алмашыныуын һәм тереклек итеүҙең бөтә күренештәрен өйрәнеү биологияла ғына түгел, шулай уҡ медицинала һәм ветеринарияла ла бик кәрәк.
 
== Клиник цитология ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Цитология» битенән алынған