Йөҙ йыллыҡ һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вики-Һаҡлағыстың CommonsDelinker ҡатнашыусыһы "COA_fr_BRE.svg" рәсеме урынына Armoiries_Bretagne_-_Arms_of_Brittany.svg
56 юл:
 
== Францияның көсәйеүе. Ваҡытлыса килешеү. Икенсе этап ==
[[Файл:ReconquèteReconquête Charles V-es.svg|мини|Реконкиста (1369—1380 йй.)]]
Тыныслыҡ осоро менән файҙаланып француз короле Карл V ғәскәрҙе яңынан ҡора һәм иҡтисади реформалар үткәрә. Былар бөтәһе лә Францияға икенсе этапта 1370-се йылдарҙа байтаҡ хәрби уңыштар яуларға ярҙам итә. Инглиздәр илдән ҡыҫырыҡланғандар. Бретань нәҫеле өсөн барған Ор янындағы алышта инглиздәр еңеүенә ҡарамаҫтан, бретон герцогтары француз хөкүмәтенә яҡын мөнәсәбәттә булған, ә бретон рыцаре ''Бертран Дюгеклен'' хатта Францияның коннетабле булып киткән. Был осорҙа ''Ҡара Принц'' 1366 йылдан алып Иберия ярымутрауындағы һуғыш менән мәшғүл булға, ә Эдуард III инлиз ғәскәрҙәрен етәкләр өсөн бик ҡарт булған. Былар бөтәһе лә Францияға уңайлы булып торған. Кастилия короле ''Педро I'' ҡыҙҙары Констанция һәм Изабелла Ҡара Принцтың ҡустыларында Джон Гонт һәм Эдмунд Лэнгли менән никахлашҡан булалар. 1370 йылда Педро I тәхеттән ''Энрике II'' менән төшөрә, уға Дюгеклен етәкселегендә француздар ярҙам итә. Франция һәм Кастилия менән бер яҡтан һәм Англия һәм Португалия менән икенсе яҡтан һуғыш башлана.