Фигуралы шыуыу: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
|Связанные_проекты =
}}
 
 
[[Файл:CPA_1980_5034.jpg|мини|150x150пкс|<small>Фигуралы шыуыу</small>]]
Юл 55 ⟶ 54:
<blockquote> ...ул (Джексон Гейнц) һоҡланыуҙарын йәшерә алмаған Европа халҡына бәйләнешле һоҡланғыс ҡуйылышта һәм тәндең һомғол хәрәкәттәре аша эҙмә-эҙлелектең, етеҙ фигуралар һәм элегант ритмик бейеүҙәрҙең көтөлмәгән мөмкинлектәрен күрһәтте һәм быларҙың барыһын да улаҙың күҙ алдына баҫтырҙы. Уның сәнғәтенең йоғонтоһо бик ҙур булды. Һуңынан ул фигуралы шыуыуҙы сифат яғынан күтәреп, сәнғәтте сағылдырыуҙың яңы формаһы барлыҡҡа килеүенә килтергән этәргес көс булып хеҙмәт итте.</blockquote>
 
100 йыл үткәндән һуң (1742 йылда) фигуралы шыуыуҙа хәҙерге заманда мотлаҡ үтәлергә тейеш тип иҫәпләнгән фигуралар ҙа, уларҙы үтәү өсөн кәрәкле төп техник алымдар ҙа билдәле була, быға Глазго ҡалаһының конькиҙа уҙышыусылар клубы президенты Д. Андерсондың «Конькиҙа шыуыу сәнғәте» тигән китабы һәм [[Лондон]]дан X. Вандервел менән Т. МаксвеллаМаксвелл Уитмандың хеҙмәттәре раҫлай. Был китаптарҙа хәҙерге фигуралы шыуыуҙың нигеҙендә ятҡан һигеҙле, өслө, элмәк һәм башҡа элементтарҙың тасуирламаһы бирелгән.
 
1871 йылда үткән Конькиҙа уҙышыусыларҙың I конгресында фигуралы шыуыу спорт төрө тип таныла.
Юл 64 ⟶ 63:
1890 йылда, [[Санкт-Петербург]]тың Йосопов баҡсаһындағы боҙлоҡтоң 25 йыллығына арнап үткәрелгән ярыштарға бар донъянан иң яҡшы фигурасылар саҡырылғандан һуң, ярыштарға булған мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрә. Санкт-Петербургҡа АҠШ чемпионы Л. Рубен-Стейн, [[Германия]] чемпионы Ф. Кайзер, [[Австрия]], [[Финляндия]], [[Англия]], [[Голландия]], [[Швеция]], [[Норвегия]]ның иң яҡшы фигурасылары килә. Ярыштар «рәсми булмаған донъя чемпионаты» статусын ала, был бәйге программаларының барлыҡ төрөндә лә «Петербург ҡалаһы конькиҙа уҙышыусылар йәмғиәте»нең почётлы ағзаһы Алексей Лебедев еңеүсе була.
 
Киләһе [[1891 йыл]]да [[Гамбург]]та яңғыҙ шыуыусы ир-егеттәр араһында Европаның беренсе чемпионаты үтә, унда [[немцтарнемецтар|немец]] фигурисы ''Оскар Улиг'' еңеүсе була.
 
Шулай ҙа Санкт-Петербургта үткән ярыштың халыҡ-ара кимәле һәм фигуралы шыуыуҙағы мөмкинлектәр тынғылыҡ бирмәй. Шуға күрә 1892 йылда Халыҡ-ара конькиҙа уҙышыусыларҙың берләшмәһе (''ISU'') булдырыла, ул халыҡ-ара ярыштарҙы ойоштороу менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға тейешле була.
Юл 73 ⟶ 72:
Фигуралы шыуыу буйынса тәүге ярыштар бары тик яңғыҙ шыуысы ир-егеттәр араһында ғына үткәрелә, фигурасы ҡатын-ҡыҙҙар донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын бары тик 10 йылдан һуң ғына алыуға өлгәшә. Дөрөҫ, 1901 йылда, йәмғиәт баҫымы аҫтында, ИСУ иҫкәрмә рәүешендә генә ирҙәр ярышында ҡатын-ҡыҙҙарҙан инглиз Медж Сайерсҡа ғына рөхсәт бирә.
 
Рәсми рәүештә яңғыҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы беренсе донъя чемпионаты 1906 йылдың ғинуарында Давоста (Швейцария) үтә. Ҡатын-ҡыҙҙарыңҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең мотлаҡ үтәлергә тейешле фигуралары оҡшаған була, әммә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирекле шыуыуы юғары нәфислеге, хәрәкәттең һығылмалығы һәм музыкаллеге менән иғтибарҙы йәлеп итә.
 
Парлы фигуралы шыуыу был спорт төрөн популярлаштырыу менән үк барлыҡҡа килә, тип әйтергә мөмкин. Ләкин беренсе ярыштар бары тик 1908 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында үтә. Немец фигуристары Анна Хюблер һәм Генрих Бургерҙар беренсе парлы шыуыуҙа олимпия чемпионы булараҡ тарихҡа инеп ҡала.
Юл 84 ⟶ 83:
 
=== Рәсәйҙә фигуралы шыуыу ===
{{Falseredirect|Фигурное катание в России}}Фигуралы шыуыу [[Рәсәй Федерацияһы|Рәсәйҙә]] [[Пётр I|Петр I]] заманынан уҡ билдәле булған. Рус батшаһы Европанан конькиҙарҙың беренсе өлгөләрен алып ҡайта. Петр I яңы конькиҙарҙы нығытып ҡуйыуҙың яңы ысулын — тура итеккә беркетеүҙе уйлап тапҡан һәм, шулай итеп, бөгөнгө фигуристарҙың кәрәк-ярағы һаналған "«протомодель"» барлыҡҡа килә.
 
1838 йылда Санкт-Петербургта фигуристар өсөн беренсе дәреслек — «Ҡышҡы мәрәкәләр һәм конькиҙа йүгереү сәнғәте» нәшер ителә. Уның авторы Г. М. Паули — Петербург хәрби уҡыу йорттарының гимнастика уҡытыусыһы.
Юл 102 ⟶ 101:
Парлы шыуыуҙа спортсыларҙың төп бурысы элементтар менән эш иткәндә хәрәкәттәрҙең берҙәм башҡарыу тәьҫоратын тыуҙырыу.
 
Парлы шыуыуҙа традицион элементтар (аҙым, спираль, һикереү) менән бер рәттән, фигуралы шыуыуҙың ғына төрө булған элементтар. - өҫкә күтәреү, үҙе тирәләй өйрөлтөү, сойорғотоу, тодес, параллель һәм бергә әйләнеү кеүектәре лә ҡулланыла. Парлы башҡарыусыларҙың мөһим критерийҙары булып элементтарҙың синхрон башҡарылышы тора.
 
Парлы шыуыуҙа ла, яңғыҙ шыуыуҙағы кеүек үк, ярыштар ике этапта үтә — ҡыҫҡа һәм ирекле программа.
 
=== Спорт бейеүҙәре ===
Боҙҙағы спорт бейеүҙәре, техник күҙлектән ҡарағанда, төп иғтибар ҡәҙимге һәм ҡәҙимге булмаған бейеү тороштарында бейеү аҙымдарының бергә башҡарылыуына бирелә. Шул уҡ ваҡытта, партнерҙарҙың оҙаҡҡа айырылып тороуы рөхсәт итмәйителмәй. Парлы фигуралы шыуыуҙан айырмалы рәүештә, спорт бейеүҙәрендә һикереү, сойорғотоу һ. б. элементтар ҡулланылмай.
 
Спорт бейеүҙәрендә уңыштың мөһим өлөшө булып хәрәкәттәрҙең һығылмалығы һәм парҙың күркәм тышҡы ҡиәфәте һанала, шуға күрә музыкаль яҡтан биҙәлешкә һәм һәр ярыш программаһына ярашлы костюмдарҙы ентекле әҙерләнешенә ҙур иғтибар бүленә. Шунлыҡтан, спорт бейеүҙәре — фигуралы шыуыуҙың иң мауыҡтырғыс йүнәлештәренең береһе.
Юл 114 ⟶ 113:
 
=== Синхрон шыуыу ===
[[Файл:Delaware_Juniors_2006_(edited).jpg|справа|мини|200x200пкс|Синхрон шыуыу буйынса команда ]]
Синхрон шыуыу буйынса командаға 16-нан алып 20-гә тиклем фигурасы инә. Командала ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә алынырға мөмкин. ИСА (ISU) ҡағиҙәһенә ярашлы, командалар йәш үҙенсәлеге буйынса түбәндәге төркөмдәргә бүленә: новистар (беренсе һәм икенсе спорт разрядына ярашлы,) — 15 йәшкә тиклем; юниорҙар (спорт мастерына кандидаттар) — 12-18 йәш; сеньорҙар (спорт мастерҙары) — 14 йәш һәм өлкәндәр<ref>[http://fskelama.ru/synchroskate/ О синхронном катании]</ref>.
 
Юл 130 ⟶ 129:
 
=== Аҙымдар ===
'''Аҙымдар''' этәрелеү һәм шыуыуҙың төп элементтары — дуға, өслөктәр, тартыш, нығытыу, элмәк һәм ҡатмарлы элмәк һәм төйөндәрҙән торған комбинацияны булдыра, улар ярҙамында фигурисыларфигурасылар майҙан буйлап күсеп йөрөй. Аҙымдар программала элементтарҙы бер-береһе менән бәйләү өсөн кәрәк. Бынан тыш, аҙым юлдары программаның мотлаҡ элементы булып тора.
 
Хәҙерге ваҡыттағы баһалау системаһында юлдар ҡатмарлылығы буйынса 4 кимәле бар.
Юл 136 ⟶ 135:
=== Спиралдәр ===
[[Файл:Jenni_Vahamaa_2008_Junior_Worlds.jpg|справа|мини|150x150пкс| Арабескалағы спираль. (Енни Вяхямаа]])
'''Спираль''' тип конькиҙың береһе менән боҙҙа һәм буш торған аяҡты (тубыҡты һәм бутыйҙы ла иҫәпкә алып) янбаштан юғары тотоу позицияһы атала. Спиралдәр позицияһы бер-береһенән шыуыусы аяҡҡа (уң, һул), конькиҙың ҡырынанаҡырына (тышҡы, эске), шыуыу йүнәлешенә (алға, артҡа) һәм буш аяҡ позицияһына (артҡа, алға, ситкә.) ҡарап айырып йөрөтөлә.
 
Спираль иҫәпкә алынһын өсөн, позицияны кәмендә 7 секунд һаҡларға кәрәк.
Юл 153 ⟶ 152:
Һикереүҙәр ике төргә бүленә — ҡырлы һәм аяҡ осондағы (осло). Ҡырлы һикереүҙә боҙҙан этәрелеү конькиҙың ҡырынан атҡарыла, ә аяҡ осондағыһы — конькиҙың осонан этәрелеүҙән.
 
Әлеге ваҡытта фигурисыларфигурасылар һикереүҙең 6 төп төрөн ҡуллана — тулуп, сальхов, риттбергер, флип, лутц һәм аксель.
 
Сальхов, риттбергер һәм аксель ҡырлы һикереүгә ҡарай; тулуп, флип и лутц — осло һикереүгә инә.
 
== Физкультура булараҡ фигуралы шыуыу ==
Беҙ телевизорҙан «юғары ҡаҙанышлы спортты» күреүгә күнеккәнбеҙ, Ундаунда балалар мәктәпкәсә йәштән үк барып эләгә, ә 30 йәшлек спортсылар ветеран булып һанала.
 
Хәйер, коньки — өлкән йәштәгеләр өсөн дә яҡшы физкультура. 1926 йылда уҡ, М. Хвостов яҙғанса, конькиҙа йөрөүҙе үҙләштергән, әммә бушҡа «түңәрәк һыҙырға» теләмәгән кешегә әллә ни ҙур һайлау мөмкинлеге ҡалмай: тиҙлеккә йүгереү, [[Шайбалы хоккей|хоккей]] һәм фигуралы шыуыу алымдарын камиллаштырыу<ref>[http://skating30s.narod.ru/books/hvostov.htm#4 М. Хвостов. Фигурное катание на коньках. 1926 г.]</ref> Йүгереү һәм хоккей барыһы өсөн дә ҡулай түгел — шуға күрә фигуралы шыуыу менән мауыҡҡан кешеләр әҙ түгел (күпселек осраҡта хоккей конькиһында). ''Dan Perceval'' тигән берәү ''Skating Extreme Ice'' — ир-егеттәр һығылмалығына һәм хоккей конькиҙарына яраҡлаштырылған фигуралы шыуыуҙы алға һөрә.{{ЫС юҡ|19|01|2012}}
 
Элекке спортсылар һәм конькиҙы өлкән йәштә үҙләштергән кешеләр өсөн квалификацияһыҙ ярыштар ҙа бар. Әгәр ҡатнашыусылар күп булмаһа, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар дөйөм зачет алырға мөмкин (шыуыу кимәле буйынса бүленеше — мәҫәлән, «пре-бронза» путцанан башҡа бер әйләнешкә тиклемге һикереү рөхсәт ителә<ref>Ориентировочные требования, взятые с соревнования [http://tulup.ru/news/20100201/russkaja_zima_2010_russian_winter_2010/ «Русская зима 2010»]. На других соревнованиях требования могут быть другие.</ref>).
Юл 176 ⟶ 175:
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{Примечания|2}}
 
== Һылтанмалар ==