Зиновьев Григорий Евсеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
10 юл:
Григорий Евсеевич Елисаветградта ([[1924]]—[[1934 йыл]]дарҙа ҡала уның исемен йөрөтә — Зиновьевск, 2016 йылға тиклем — [[Кировоград]], хәҙер — [[Кропивницкий]]) бай [[Йәһүдтәр|йәһүд]] ғаиләһендә тыуған. Белемен өйҙә атаһы, һөт фермаһы хужаһы, Аарон Радомысьский етәкселегендә ала.
 
Революция хәрәкәтендә [[1901 йыл]]дан ҡатнаша, шул ваҡытта уҡ РСДРП-ға инә. Новороссияла эшселәр стачкаларын ойошторғаны өсөн полиция эҙәрлекләүенә дусар булып, [[1902 йылдайыл]]да [[Берлин]]ға күсеп китә, һуңынан [[Париж]]да һәм [[Берн]]да йәшәй, тап шунда 1903 йылда [[Ленин Владимир Ильич|В. И. Ленин]] менән таныша. Һуңынан юлбашсының иң яҡын кешеләренең береһе һәм оҙаҡ ваҡыт Европаның социалистик ойошмаларында уның даими вәкиле була. 1903 йылда РСДРП-ның II съезында Зиновьев Лениндың позицияһын яҡлап сыға, большевиктар яғына күсә һәм иленә ҡайта. Украина территорияһында әүҙем пропаганда эшен алып бара.
 
Ауырыуы сәбәпле [[1904 йыл]]да ҡабаттан илде ташлап китә. Берн университетына химия факультетына уҡырға инә, ләкин [[1905 йыл|1905]]—[[1907 йыл]]дарҙағы революцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәйгә ҡайта. РСДРП-ның Петербург комитетына һайлана, әммә ауырыуы арҡаһында ҡабаттан Бернға китә һәм был юлы юридик факультетына уҡырға инә. [[1906 йыл]]да [[Санкт-Петербург|Петербургҡа]] ҡайта. Партияның V Лондон съезында, бик күп тауыш йыйып, Үҙәк Комитетҡа һайлана. «Социал-демократ» һәм «Вперед» гәзиттәренең мөхәррирҙәренең береһе була. [[1908 йыл]]да ҡулға алына, ләкин 3 айҙан ауырыуы арҡаһында азат ителә һәм Ленин менән бергә Австрия территорияһы — Галицияға күсеп китә.
16 юл:
=== 1917 йыл ===
[[Файл:Zinovievspeaks.JPG|мини]]
[[1917 йыл]]дың 3 апрелендә Зиновьев, уның икенсе ҡатыны Злата Лилина улы Стефан менән һәм уның беренсе ҡатыны Сарра Равич, Ленин менән бергә пломбаланған вагонда Рәсәйгә ҡайта. [[1917 йылдыңйыл]]дың 4 июль ваҡиғаларынан һуң, Ваҡытлы хөкүмәттең эҙәрләүҙәренән йәшеренеп, Ленин менән бергә Разлив күлендә ҡыуышта йәшәй. [[Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы|Ойоштороу йыйылышы]]на һайлауҙарҙа большевиктар исемлегендә Лениндән һуң икенсе булып тора.
 
10 октябрҙә (яңы стиль буйынса 23 октябрҙә), большевиктарҙың Үҙәк Комитетының ябыҡ ултырышында Каменев Лев Борисович менән берлектә Лениндың ҡораллы ихтилалы тураһындағы резолюцияһына ҡаршы сығыш яһай һәм ихтилал барышында Ваҡытлы хөкүмәттең ҡолатыуына ҡаршы тауыш бирә (әле иртә тип һанай). Улай ғына түгел, Зиновьев һәм Каменев үҙенең ҡаршылығын меньшевиктарҙың «Новая жизнь» баҫмаһында асыҡ сығыш яһап күрһәтәләр һәм шуның менән, ысынында, хөкүмәткә большевиктарҙың һәм эсерҙарҙың ниәтен асып һалалар. Ленин Зиновьев һәм Каменевтың был ғәмәлдәрен хыянатсыл ҡылыҡ тип иҫәпләй. Шуға күрә большевиктар партияһы етәкселеге уларҙы партиянан сығарыу мәсьәләһен ҡуя, әммә комитет исеменән сығыш яһауҙы тыйыу менән генә сикләнә. Һуңынан Ленин үҙенең «Васыятнамә»һендә булған хәлде телгә ала: «''Каменев менән Зиновьевтың Октябрь эпизоды, әлбиттә, осраҡлылыҡ булманы''».
 
Бер аҙҙан һуң, [[Санкт-Петербург|Петроградта]] большевиктар һәм һул эсерҙар власты баҫып алғандан һуң, [[1917 йылдыңйыл]]дың 25 октябрендә (яңы стиль буйынса 7 ноябрь) ҡораллы ихтилал барышында яңы власҡа ҡаршы тәүге сығыштар билдәләнә. 29 октябрҙә Викжель — Бөтә Рәсәй тимер юлсыларының башҡарма комитеты — бер төрлө социалистик хөкүмәтен булдырыуын талап итеп забастовка иғлан итә, хөкүмәткә эсерҙар, меньшевиктар һәм большевиктар партиялары инергә тейеш була, әммә революция лидерҙарынан — Лениндан һәм Троцкийҙан тыш. Зиновьев, Каменев, Виктор Ногин һәм Алексей Рыков Викжель менән һөйләшеүҙәр алып барыу һәм уның талаптарын бөтә социалистик көстәрҙе контрреволюцияға ҡаршы туплау йәһәтенән, үтәү кәрәклеге яҡлы булалар. Төркөм үҙ яғына Үҙәк Комитеттың күпселеген үҙ яғына ауҙара алыуына ҡарамаҫтан, Петроград ҡалаһына килеп ингән ерҙәрҙәге Керенский — Краснов сығышының уңышһыҙлығы ғына Ленин һәм Троцкийға баш күтәргән профсоюздар менән башланған һөйләшеүҙәрҙе туҡтатырға мөмкинлек бирә. 4 ноябрҙә яуап итеп Зиновьев, Каменев, Рыков, Ногин һәм Милютин Үҙәк комитеты составынан сығыу тураһында ғариза бирәләра. Икенсе көндө Ленин Үҙәк Комитетты ташлап сыҡҡан большевиктарҙы «дезертир» тип ғәйепләгән белдереү менән сығыш яһай.
 
=== 1917 йылдан һуң ===