Рәсәйҙә Граждандар һуғышы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
634 юл:
Элекке Рәсәй империяһы территорияһының төп өлөшөндә большевиктар тарафынан власты яулауы, хәрби ғәмәлдәр барышында хаҡиҡи юғалтыу һәм [[Польша]], [[Литва]], [[Латвия]], [[Эстония]] һәм [[Финляндия]]ның бойондороҡһоҙлоғон мәжбүри рәүештә таныу, шулай уҡ большевиктарҙың контроле аҫтында булған территорияла [[1922 йыл]]дың 30 декабрендә СССР-ҙы төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған Рәсәй, [[Украина]], [[Белоруссия]], һәм [[Кавказ]] аръяғы совет республикаларын булдырыу — Граждандар һуғышының һөҙөмтәһе. Яңы власты танымаған яҡынса 2 млн кеше илде ташлап сығыуҙы хуп күрә.
 
Аҡтар хәрәкәте сигенгәндән һәм аҡ армияларҙы Рәсәйҙән эвакуациялағандан һуң, һөргөндә, большевиктарға ҡаршы үҙенең көрәшен Совет Рәсәйендә лә, уның сиктәренән тыш та, башҡа ысулдар ҡулланып дауам итә{{Sfn|''Кирмель Н. С.''|2008|страницы=9−10|с=9−10}}. Барон П. Н. Врангелдың алыштар һөҙөмтәһендә сигенгән Урыҫ армияһы Перекоп позицияларынан Севастополгә тиклем ҡыуылып сығарыла һәм эмиграцияла, яңы Кубань походына өмөт итеп, яҡынса 50 мең яугир иҫәбе менән хәрби берәмәк булараҡ, [[1924 йыл]]дың 1 сентябренә тиклем һаҡлана. Шунан ул Урыҫ дөйөм хәрби союзға (РОВС) үҙгәртелә, артабан «аҡтарҙың» һәм «ҡыҙылдарҙың» көрәше башҡа төр формаларын ала (спецслужбалар көрәше{{Sfn|''Кирмель Н. С.''|2008}}: Европа һәм СССР территорияһында РОВС ОГПУ-ға ҡаршы, НТС КГБ-ға ҡаршы).
 
== Сәбәптәре һәм хронологик сиктәре ==
640 юл:
 
=== Сәбәптәре ===
Хәҙерге заман историографияһында Февраль революцияһы һуңынан да Рәсәйҙә һаҡланып килгән социаль, сәйәси һәм милли-этник ҡапма-ҡаршылыҡтар Граждандар һуғышының иң мөһим сәбәптәре итеп билдәләнә. Иң тәүге нәүбәттә, 1917 йылдың октябренә тиклем һуғыштың тамамланыуы һәм аграр мәсьәләһен сисеү - — иң мөһим мәсьәләләр булып ҡала килә.
 
Пролетар революцияһы һәм Граждандар һуғышы үҙ-ара бик тығыҙ бәйле. Ленин һәм большевизмдың башҡа теоретиктары революцияны «граждандар донъяһының өҙөлөүе» тип һанай, улар араһында тигеҙлек билдәһен ҡуялар. Граждандар һуғышына улар — буржуазия һәм халыҡ-ара пролетариат көрәшенә — хәҙерге заман синыфтар көрәшенең «юғары» фазаһы тип ҡарағандар{{Sfn|''Ленин В. И.'', ПСС|1967|loc=[http://vilenin.eu/t34/p213 Т. 34., С. 213−230.]}}:
646 юл:
Большевиктар власҡа килмәгән саҡта уҡ уларҙың теорияһында милләт-ара һуғыштың синыф-ара (граждандар) һуғышына әйләндереү тураһында ҡануны иң мөһимдәрҙең береһе була{{rp|56}}. Большевиктар [[1914 йыл]]да уҡ «Империалистик һуғышты граждандар һуғышына әйләндерәбеҙ» тигән лозунг ташлайҙар{{Sfn|''Ленин В. И.'', ПСС|1967|loc=[http://vilenin.eu/t26/p011 Т. 26., С. 13−23.]}}{{Sfn|''Ленин В. И.'', ПСС|1967|loc=[http://vilenin.eu/t26/p035 Т. 26., С. 36−42.]}}. «Корнилов болаһын» баҫтырғандан һуң «ҡораллы ихтилалға» һәм «граждандар һуғышына» курс тулыһынса бойомға ашырыла башлай.
 
Большевиктарҙың власҡа килеүе һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы араһында туранан-тура бәйләнеш бар.{{rp|56}}{{rp|13}} Быны Октябрь революцияһы лидеры Л. Д. Троцкий ҙа йәшермәгән::{{rp|57}} «Совет власы — алпауыттарға, буржуазияға һәм кулактарға ҡаршы ойошҡан граждандар һуғышы» - — тигән. Тарихсы Ричард Пайпс, большевиктар власҡа граждандар һуғышын асыу өсөн килделәр, тип белдерә.{{rp|57}}
 
Октябрь революцияһынан һуң, Граждандар һуғышының әүҙем хәрби ғәмәлдәре башланғанға тиклем (1918 йылдың майы), совет дәүләтенең етәкселеге бер нисә сәйәси аҙым эшләй. Тикшеренеүселәрҙең бер өлөшө Граждандар һуғышының сәбәптәре тип ошоларҙы һанай:
652 юл:
* Учредителдәр йыйылышын таратылыуы;
* Германия менән бөлдөргөс һәм хурлыҡлы Брест солохона ҡул ҡуйыу аша һуғыштан сығыу;
* ауылда большевиктарҙың продотрядтары һәм комбедтарының эшмәкәрлеге арҡаһында Совет власы һәм крәҫтиәнлек араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡа киҫкенләшеүе.
 
=== Хронологик сиктәре ===
659 юл:
Граждандар һуғышының барышын үҙ-ара хәрби ғәмәлдәре, ҡатнашыусылар составы һәм тышҡы сәйәси шарттар менән айырылған 3 этапҡа бүлеп була:
* '''Беренсе этап''' — [[1917 йыл]]дың октябренән [[1918 йыл]]дың ноябренә тиклем ([[Беренсе донъя һуғышы]] дәүере, 1917 йылдың 7 ноябре — 1918 йылдың 11 ноябре, «иң беренсе этап»), был ваҡытта бер-береһенә ҡаршы яҡтарҙың ҡораллы көстәренең булдырылыуы һәм нығыныуы, шулай уҡ улар араһында төп фронттарҙың барлыҡҡа килеүе. Граждандар һуғышы был осорҙа бер үк ваҡытта дауам иткән донъя һуғышы менән бергә йәйелә һәм был, үҙ сиратында, Рәсәйҙәге эске сәйәси һәм ҡораллы көрәштә үҙәк державаларҙың һәм Атлантаның әүҙем ҡатнашыуын ылыҡтыра. Хәрби ғәмәлдәр локаль бәрелештәрҙән яйлап киң масштаблы ғәмәлдәргә күсеү менән айырыла{{Sfn|''Зимина В. Д.''|2006|страницы=58−67|с=58−67}}.
* '''Икенсе этап''' — [[1918 йыл]]дың ноябрь айынан [[1920 йыл]]дың март аҙағы — апрель башына тиклем. Ошо арауыҡта [[РККА]] һәм Аҡ армиялар араһында төп бәрелештәр булып үтә һәм Граждандар һуғышында төп боролош күҙәтелә. Был осорҙа сит ил интервенттары яғынан хәрби ғәмәлдәрҙең ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә, сөнки донъя һуғышы тамамлана һәм сит илдәрҙең төп контингенты Рәсәй территорияһынан сығарыла. Киң күләмдәге хәрби ғәмәлдәр Рәсәйҙең бөтә территорияһында йәйелә, башта уңыш «аҡтарға» йылмая, аҙаҡтан дошмандың ғәскәрҙәрен тар-мар иткәндән һуң һәм илдең иң мөһим территорияларын үҙ контроле аҫтына алғандан һуң уңыш «ҡыҙылдарға» килә.
* '''Өсөнсө этап''' — [[1920 йыл]]дың мартынан [[1922 йыл]]дың октябренә тиклем. Был осорҙа төп көрәш илдең сиктәрендә бара һәм большевиктар власы өсөн хәүефле булмай.
Генерал Дитерихстың ғәскәрҙәрен (Земская рать) илдән ҡыуғандан һуң Рәсәйҙә көрәште генерал-лейтенант А. Н. Пепеляевтың [[1923 йыл]]дың июненә тиклем Якут крайында һуғышҡан Себер ирекле дружинаһы ғына (Якут походы) һәм ғәскәри старшина Бологовтың казак отряды алып бара. Камчаткала һәм Чукоткала совет власы 1923 йылда урынлаштырыла.
671 юл:
1917 йылдың октябре-ноябре — 1918 йылдың феврале осоро большевиктар власының сағыштырмаса тиҙ һәм еңел урынлаштырылыуы һәм дошмандың ҡораллы ҡаршылашыуын юҡҡа сығарылыуы ([[Петроград]], [[Мәскәү]], [[Украина]], [[Дон]] һәм Кубань һ. б.) менән айырылып тора. Большевиктарҙың социаль терәге ошолар була: улар ҡыйыу рәүештә алпауыттарҙың ер биләмәләрен юҡҡа сығаралар, ерҙе крәҫтиәндәрҙең ҡарамағына бирәләр, Рәсәйҙе һуғыштан сығарыу буйынса эш башлайҙар, сәнәғәттә эшселәр контроле индерәләр, элекке империя халыҡтарының дәүләт мөстәҡиллеген яулауға хоҡуғын таныйҙар, шуға күрә халыҡтың төп массаһы уларҙы яҡлап сыҡты.
 
Большевиктарға ҡаршы көстәрҙең (ирекле офицерлыҡ, тыл частарының казактары, юнкерҙар), киреһенсә, Октябрь революцияһынан һуңғы бер нисә ай дауамында күҙгә күренерлек социаль терәге булмай, шуға күрә улар фронтта ла һәм казак өлкәләрендә лә ҡаршылашыуҙы тейешле кимәлдә ойоштора алмай. Казактар һуғыштан ялыҡҡан, улар һуғышты туҡтатҡан большевиктар менән алышырға теләмәй, шуға күрә атаман А. М. Каледин, генерал М. В. Алексеев һәм Л. Г. Корниловтар Донда күп һанлы армия туплай алмайҙар.
''' Октябрь революцияһы '''
694 юл:
</gallery></center>
 
Керенский ҡасып киткәндән һуң юғары баш командующий вазифаһын башҡарыусы генерал-лейтенант Н. Н. Духонин Советтарҙың II съезы һайлаған хөкүмәтенең бойороҡтарын үтәүҙән баш тарта. 19 ноябрҙә ул генерал Корниловты һәм генерал Деникинды төрмәнән азат итә.
 
Балтфлотта большевиктар үҙҙәренең контроле аҫтында булған Центробалтты булдыра. 1917 йылдың октябре — ноябрь башында Төньяҡ армияһының бөтә фронттарында большевиктар үларға буйһонған армияларҙа Хәрби-революцион комитеттарын (ВРК) ойоштора. Ленин яғына бөтә Рәсәй күләмендә большевиктарҙың совет власын урынлаштырыуында мөһим роль уйнаған 40 мең латыш уҡсылары күсә. Большевиктарҙың Төньяҡ һәм Көнбайыш фронттары ғәскәрҙәрен еңеүе Юғары баш командующий ставкаһын юҡҡа сығарыуға шарттар тыуҙыра. Көньяҡ-Көнбайыш, Румын һәм Кавказ фронттарында эштәр башҡасараҡ бара.
705 юл:
 
==== Совет власының урынлаштырылыуы. Большевиктарға ҡаршы көстәрҙең ойошоуының башы ====
[[Германия]] менән һуғышты кисекмәҫтән туҡтатыуҙы вәғәҙә итеү һалдаттарҙың «керенщина» осоронда, Урыҫ армияһы тарҡалған саҡта, большевиктарҙың яғына күсеүен әүҙемләштерҙе. Башта илдең күпселек райондарында большевистик властың урынлашыуы бик тиҙ һәм ҡанһыҙ барҙы: 84 губерна һәм башҡа эре ҡалаларҙың тик ун бишендә генә Совет власы ҡораллы көрәш һөҙөмтәһендә урынлашты. Шуға күрә большевиктарға [[1917 йыл]]дың октябренән [[1918 йыл]]дың февраленә тиклемге осорҙа «Совет власының триумфаль үҫеше» тураһында әйтергә сәбәп бар.
 
Петроградтағы ихтилалдың еңеүе Рәсәйҙең бөтә эре ҡалаларында Советтарға властың күсеүенә баш булды. Мәҫәлән, Мәскәүҙә совет власы Петроградтан Ҡыҙыл гвардия отрядтарының килеүенән һуң урынлашты. Рәсәйҙең үҙәк райондарында Октябрь түңкәрелешенә тиклем урындағы Советтарҙың күпселеге большевиктарҙың ҡулында була (Иваново-Вознесенск, Орехово-Зуево, Шуя, Кинешма, Кострома, Тверь, Брянск, Ярославль, Рязань, Владимир, Ковров, Коломна, Серпухов, Подольск һ. б.), шуға күрә власты был ҡалаларҙа улар бик еңел ала. Ә бына Тула, Калуга, Түбәнге Новгород ҡалаларындағы Советтарҙа большевиктарҙың йоғонтоһо бик мөһим булмай һәм бында процесс ҡатмарлыраҡ үтә.
 
Волга буйы сәнәғәт ҡалаларында власты большевиктар Петроград менән Мәскәүҙән һуң уҡ алалар. [[Ҡаҙан]]да хәрби округы командованиеһы социалистик партиялар һәм татар милләтселәре менән берлектә ҡаршы торорға маташалар, әммә Ҡыҙыл гвардия отрядтары бөтә әһәмиәтле учреждениеларҙы баҫып ала һәм 8 ноябрҙә ҡала большевиктар ҡулына күсә. Артабан 1917 йылдың ноябренән 1918 йылдың ғинуарына тиклем Ҡаҙан губернаһының өйәҙ ҡалаларында тулыһынса үҙҙәренең власын урынлаштыра. [[Һамар]]ҙа В. Куйбышев етәкселегендә большевиктар власты 8 ноярҙә, бер нисә көндән [[Һарытау]]ҙа, Царицында яулайҙар. [[Әстерхан]]да алыштар 1918 йылдың 7 февраленә тиклем бара. Был ваҡытта большевиктарҙың власы бөтә Волга буйында урынлашҡан була.
1917 йылдың 7—8 ноябрендә большевиктар ҡулына Нарва, Ревель, Юрьев, Пярну, артабан Прибалтиканың немецтар аҫтында булмаған биләмәләре күсә. Исколата пленумы (латыш уҡсылары) 21—22 ноябрҙә Совнарком власын таный. Валмиерҙа 29—31 декабрҙә Фрицис Розин етәкселегендә большевиктар яҡлы Латвия хөкүмәте төҙөлә.
1917 йылдың ноябрендә [[Минск]]та Көнбайыш, Минск, Вилена өлкәләренең эшселәр, һалдаттар һәм крәҫтиәндәр съездары уҙғарыла, депутаттар Башҡарма комитетын булдыралар (Облисполкомзап), Бөйөк Белорус радаһы уны танымай. Беренсе Бөтә Белорус съезы большевиктар тарафынан таратып ебәрелә һәм 1918 йылдың ғинуар — февралендә Белоруссияның эре ҡалаларында хакимлыҡ большевиктарға күсә.
 
Украин Үҙәк радаһы Украинала власты бөтә тулылыҡта алыу өсөн Ваҡытлы хөкүмәттең ҡолауы менән файҙалана. Уңышһыҙ большевистик ихтилалынан һәм Ваҡытлы хөкүмәткә тоғро ҡалған ғәскәрҙәрҙе Киевтан сығарғандан һуң Үҙәк радаһы 7 (20) ноябрҙә 8 губерна территорияһында Украин Халыҡ Республикаһын (УНР) иғлан итә: [[Киев]], Волынск, Подольск, Херсон, Чернигов, Полтава, [[Харьков]], Екатеринослав Һәм Төньяҡ Таврияның өйәҙҙәрендә. УХР етәкселеге Рәсәйҙәге Октябрь ҡораллы түңкәрелеште танымай һәм Киевта автономиялы республикалары Федерацияһы сифатында яңы Рәсәй үҙәге булдырырға тырыша, һәм Рада Дон Ғәскәре атаманы Каледин менән союзға инергә ризалаша<ref name="mihut">{{книга|автор =д. и. н. [[Михутина, Ирина Васильевна|Михутина, И. В.]]|заглавие = Украинский Брестский мир. Путь выхода России из первой мировой войны и анатомия конфликта между Совнаркомом РСФСР и правительством Украинской Центральной рады|ссылка = http://www.modernlib.ru/books/mihutina_irina/ukrainskiy_brestskiy_mir/read/|место = М.|издательство = Европа|год = 2007|том = |страницы = |страниц = 288|серия = |isbn = 978-5-9739-0090-8|тираж = 1000}}</ref>.
 
Петроградтағы уңышлы ихтилал тураһында ишетеү менән большевиктар Луганск, Макеевка, Горловка, Краматорск һәм башҡа ҡалаларҙа совет власын урынлаштыралар. Донбаста Ҡыҙыл гвардия отрядтары формалаша башлай. Революцияның икенсе көнөндә үк [[Дондағы Ростов]]та (26 октябрь/8 ноябрь) совет власы иғлан ителә. Ғәскәри атаман А. М. Каледин Дон Ғәскәре Өлкәһендә хәрби хәл иғлан итә. Новочеркасск ҡалаһында ирекле отрядтар ойошторола башлай. 2 (15) декабрҙә генерал Калединдың ғәскәрҙәре ҡаты бәрелештәрҙә большевиктарҙы Ростовтан, артабан Таганрогтан ҡыуа һәм Донбасҡа табан юл тота. Үҙәк радаһы совет ғәскәрҙәрен Украина территорияһы аша үткәрмәй.
720 юл:
6 (19) декабрҙә СНК контрреволюция менән көрәшеү өсөн Көньяҡ революцион фронтын булдыра. Фронт ғәскәрҙәре баш командующийы итеп В. А. Антонов-Овсеенко тәғәйенләнә<ref name=autogenerated311>Краснознамённый Киевский. Очерки истории Краснознамённого Киевского военного округа (1919—1979). Киев, 1979</ref>.
 
11—12 (24—25 яңы стиль буйынса) декабрҙә Харьковта Киев ҡалаһындағы съезға альтернатив булған 1-се Бөтә украин Советтар съезы үтә һәм унда [[Украин Совет Халыҡ республикаһы]] иғлан ителә<ref>[http://bse2.ru/book_view.jsp?idn=030309&page=92&format=djvu Украинская советская социалистическая республика] // Большая советская энциклопедия. — 2-е изд. — {{М}}, 1956. — Т. 44. — С. 92.</ref>. 1917 (1 ғинуар 1918) йылдың 19 декабрендә Совнарком УСХР-тың Халыҡ секретариатын Украинаның берҙән-бер законлы дәүләте тип таный.
Ике ай дауамында барған алыштар һөҙөмтәһендә совет ғәскәрҙәре һәм Ҡыҙыл гвардия отрядтары бер-бер артлы Таганрогты, Ростовты, Новочеркасскиҙы алалар. Ирекле отрядтар Кубангә сигенә, әммә Кубань казактары, Дон казактары һымаҡ уҡ, яңы власҡа ҡаршы һуғышырға теләмәй. Доброволецтарға Кубандә ауыр партизан һуғышын алып барырға тура килә.
[[Файл:Volunteer Army infantry company.jpg|thumb|Ирекле армия, Аҡтар хәрәкәтенең көньяҡта төп хәрби көсө. 1918 йыл, ғинуар]]