Рембрандт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
74 юл:
Рембрандтың 1640-се йылдарҙағы шәхси тормошо тураһында документтар бик бик әҙ <ref name="Britannica"/>. Был осорҙағы уҡыусыларынан тик Дордрехтан Николас Мас тигәне генә билдәле<ref name="Britannica"/>. Күрәһең, рәссам элеккесә бик иркен йәшәгәндер. Мәрхүмә Саскияның ғаиләһе уның ҡатынының улына ҡалдырған мираҫын туҙҙырыуына борсола<ref name="Britannica"/>. Титусты ҡараусы ҡатын, Гертье Диркс, өйләнергә һүҙ биреп, алданы, тип уның өҫтөнән судҡа бирә, ; был йәмһеҙ хәлдән сығыр өсөн рәссамға күп кенә аҡса түгергә тура килә. Голландия белгестәре был Рембрандтҡа үсле бюргерҙар тарафынан ойошторолған хөсөт булырға тейеш, тип иҫәпләй <ref name="Britannica"/>.
 
1640-сы йылдар аҙағында Рембрандт йәш хеҙмәтсе ҡатын Хендрикье Стоффелс менән яҡын мөнәсәбәттә була, уның образы был ваҡытта бик күп картиналарҙа осрай: «Флора» (1654),«Шишмәлә һыу инеүсе йәш ҡатын» («Купающаяся женщина») (1654), «Хендрикье тәҙрә янында» (1655). 1654 йылда рәссамдың хеҙмәтсеһе менән бәйләнештән ҡыҙы Корнелия тыуғас, сиркәү приходы советы Хендрикьены « гонаһлы бәйләнештә» ғәйепләй . Ошо ваҡиғалар менән бәйле Рембрандт бөтә кешелек өсөн мөһим темаларҙан алыҫлаша<ref name="Britannica"/>. Был осорҙа ул картиналарҙы бик әҙ яҙа.1653 йылда матди ауырлыҡтарҙан йонсоған рәссам бөтә милкен тиерлек улы Титусҡа тапшыра <ref name="Britannica"/>, шунан 1656 йылда үҙен банкрот тип иғлан итә. 1657—1658 йылдарҙа йорто менән ҡалған мөлкәтен һатҡандан һуң ( Рембрандт йыйған сәнғәт әҫәрҙәре каталогы һаҡланып ҡалған ),<ref name="Britannica"/> Амстердам ситенә, еврей кварталына күсә, бында ул ғүмеренең аҙағына тиклем йәшәй <ref name="БСЭ"/>. Был йылдарҙа уның иң яҡын кешеһе булып улы Титус ҡала; рәссам улын бик йыш һүрәткә төшөргән . Ҡайһы береһендә ул тылсымлы әкиттәге принц , ҡалғандарында ҡояш нурҙарында мансылған фәрештә ҡиәфәтендә һүрәтләнгән<ref name="euroart"/>. 1668 йылда Титустың вафат булыуы рәссам өсөн иң ҙур юғалтыу була; ул үҙе бер йылдан һуң донъя ҡуя. [[Файл:Rembrandt Harmensz. van Rijn 049.jpg|thumb|200px|«Матфей и ангел» (1661). Возможно, моделью для ангела являлся Титус.]]
Рембрандтың 1650-сы йылдарҙағы ижадының үҙенсәлеге- күп фигураларҙан торған композицияларҙың аңлайышлы һәм мөһабәт булыуы <ref name="БСЭ"/>. Был осор өсөн хас эше- 1653 йылда Сицилия аристократы Антонио Руффо өсөн яҙылған «Аристотель Гомер бюсы янында» («Аристотель с бюстом Гомера») картинаһы, 1961 йылда Руффоның вариҫтары ул картинаны Метрополитен-музейына ике миллиондан артыҡ долларға һатып ебәрә<ref name="nyt">{{cite news |first=Sanka |last=Knox |title=Museum Gets Rembrandt for 2.3 Million |url=http://select.nytimes.com/gst/abstract.html?res=F50913FD3F581B728DDDAF0994D9415B818AF1D3 |work= |publisher=[[The New York Times]] |date=1961-11-16 |accessdate=2009-03-09 }}</ref>. Аристотель тәрән уйға талған; уның йөҙөнән һәм ул ҡулын һалған Гомер бюсынан эске нур бөркөлөп торғандай <ref name="Britannica"/>.
 
Әгәр 1650-се йылдарҙа фигуралар өстән артмаһа, һуңғы тиҫтә йылда Рембрандт күп фигуралы композицияларға кире әйләнеп ҡайта. Шуларҙың икеһе ҙур һәм бик йәмәғәт өсөн мөһим эш була. Мөһабәт «[[Заговор Юлия Цивилиса]]» (1661) картинаһы яңы Амстердам ратушаһы өсөн яҙылған, ләкин ул ни өсөндөр заказсыға оҡшамай һәм ул рәссамға тейешле аҡсаны бирмәй<ref name="Britannica"/>. Стокгольмда һаҡланып ҡалған өлөшө ҡәтғи реализмы һәм тирә яҡты сорнап алған ҡараңғылыҡта ялтырап ҡалған яҡтылыҡ нурҙары менән ғәжәпләндерә<ref name="euroart"/>. «Синдики» (1662) картинаһында тәбиғи позалар, йәнле мимика, композиция беҙәмлегенә ҡарамаҫтан, был эште «Төнгө һаҡсылар»ға («Ночного дозора») ҡарағанда бер аҙым артҡа сигеү тип әйтеп була<ref name="Britannica"/>. Рәссам заказсының теләген шулай итеп үтәргә мәжбүр булған.
 
Һуңғы егерме йылда Рембрандт портретист булараҡ иҫ киткес юғарылыҡҡа ирешә<ref name="euroart"/>. Моделдәр булып рәссамдың дуҫтары (Николас Брейнинг, 1652; Герард де Лересс, 1665; Йеремиас де Деккер, 1666) ҡына түгел, билдәһеҙ һалдаттар , ҡарт-ҡоро, әбей-һәбей - рәссамдың үҙе кеүек ауыр тормош юлы үткән кешеләр тора<ref name="euroart"/>. Уларҙың йөҙҙәре һәм ҡулдары ниндәйҙер эске нур бөркөлөп тора. Ҡулына бирсәткәһен кейеп торған Ян Сикс (1654) портретына бик һирәк осрай торған төҫтәр гармонияһы хас , ул ҡалын, ҡытыршы бумала эҙҙәре, киң алымдар менән яҙылған . Бер нисә күпте күргән апостол һүрәте автопортреттар рәтен дауам итә; апостолдарҙың күбеһендә рәссамдың үҙ һыҙаттары күренеп ҡала<ref name="Britannica"/>.
 
<center> <gallery caption="Рембрандтовские старики" widths="100" heights="100" perrow="5">
Rembrandt Harmenszoon van Rijn_- An Old Man in Red.JPG
Rembrandt Harmenszoon van Rijn_- Bust of an Old Man in a Fur Cap.JPG
Rembrandt Harmensz. van Rijn 106.jpg
Rembrandt Harmensz. van Rijn 114.jpg
Portrait-of-an-Old-Jew.jpg
</gallery></center>
 
=== Ижадының һуңғы осоро ===
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рембрандт» битенән алынған