Зиновьев Григорий Евсеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
8 юл:
=== Революцияға тиклем ===
[[Файл:FichaPolicialDeZinoviev1908.jpg|слева|мини|Зиновьев ҡулға алынған ваҡытта. 1908 йыл]]
Григорий Евсеевич Елисаветградта ([[1924]]—[[1934 йыл]]дарҙа ҡала уның исемен йөрөтә — Зиновьевск, 2016 йылға тиклем — [[Кировоград]], хәҙер — [[Кропивницкий]]) бай [[Йәһүдтәр|йәһүд]] ғаиләһендә тыуған. Белемен өйҙә атаһы, һөт фермаһы хужаһы, Аарон Радомысьский етәкселегендә ала.
 
Революция хәрәкәтендә [[1901 йыл]]дан ҡатнаша, шул ваҡытта уҡ РСДРП-ға инә. Новороссияла эшселәр стачкаларын ойошторғаны өсөн полиция эҙәрлекләүенә дусар булып, 1902 йылда [[Берлин]]ға күсеп китә, һуңынан [[Париж]]да һәм [[Берн]]да йәшәй, тап шунда 1903 йылда [[Ленин Владимир Ильич|В. И. Ленин]] менән таныша. Һуңынан юлбашсының иң яҡын кешеләренең береһе һәм оҙаҡ ваҡыт Европаның социалистик ойошмаларында уның даими вәкиле була. 1903 йылда РСДРП-ның II съезында Зиновьев Лениндың позицияһын яҡлап сыға, большевиктар яғына күсә һәм иленә ҡайта. Украина территорияһында әүҙем пропаганда эшен алып бара.