Рембрандт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
39 юл:
Ластмандың төрөлө төҫлө, сыбар һәм ваҡ әйберҙәргә күп иғтибар бүлергә яратыуының<ref name="БСЭ"/> йәш рәссамға көслө йоғонто яһағаны уның тәүге картиналарында асыҡ күренә (« Изге Стефанды таш менән бәргәләп язалайҙар»- «Побиение камнями [[Стефан Первомученик|св. Стефана]]» (1629), «Боронғо тарихтан бер күренеш» - «Сцена из древней истории» (1626) һәм « Алашарҙы суҡындырыу» - «Крещение евнуха» (1626))<ref name="Britannica"/>. Оҫтарғас яҙған эштәре менән сағыштырғанда, улар сағыу, төрлө төҫлө буяуҙар ҡулланып, һәр бер әйберҙе ентекләп яҙып эшләнгән <ref name="euroart"/>, Библияла яҙылған тарихтың ғәжәйеп шарттарҙа булғанын күрһәтергә тырышып яҙылған<ref name="Britannica"/>. Бөтә геройҙар ҙа тиерлек сәйер көнсығыш кейемендә , алтын-көмөш, аҫыл таш биҙәүестәрҙә күрһәтелә, был күтәренке кәйеф, тантана, байрам төҫө бирә(«Аллегория музыки», 1626; «[[Давид]] перед [[Саул]]ом», 1627). [[Файл:Rembrandt Christ in the Storm on the Lake of Galilee.jpg|thumb|200px|«[[Христос во время шторма на море Галилейском]]» (1633). Рембрандттың берҙән бер диңгеҙле картинаһы 1990 йылда Изабелла Гарднер музейынан урланған һәм әле булһа табылмаған.
 
Был осорҙағы һуңғы картиналары ( «Товит һәм Анна», «Валаам (күрәҙәсе) һәм уның ишәге» ) рәссамдың бай фантазияһы тураһында ғына түгел, ә геройҙарҙың ауыр уй-кисерештәрен тамашасыға еткрергә тырышып яҙған икәненяҙғанын һөйләй. Башҡа [[барокко]] осоро оҫталары кеүек үк, Рембрандт уй-кисерештәрҙе күрһәтеүҙә аныҡ итеп башҡарылған яҡтылыҡ менән күләгәләрҙең әһәмиәтен аңлай башлай <ref name="Britannica"/>. Яҡтылыҡ менән эшләргә ул Утрехт караваджистарынан өйрәнә<ref name="Britannica"/>, ләкин күбеһенсә Италияла эшләгән немец рәссамы Адам Эльсхаймер эштәрен күҙ уңында тота <ref name="Britannica"/>. Рембрандтың караваджистарса яҙылған әҫәрҙәренән бигерәк тә « Аҡылһыҙ бай тураһында мәҫәл» - «Притча о неразумном богаче» (1627), «Симеон һәм Анна Ҡорамда» (1628), «Христос Эммауста (Никополь)» (1629) картиналарын атарға була.
 
«Рәссам үҙ оҫтаханаһында»ны (1628; бәлки был [[автопортрет]]тыр) ошо төркөмгә ҡараған картиналарға индерергә була, рәссам үҙен картинаһын ҡарап торған саҡта төшөргән. Эшләнеп бөтмәгән һүрәт картинаның алғы планында тора; уның менән сағыштырғанда рәссам бәләкәй генә булып күренә<ref name="Britannica"/>.
 
=== Лейдендағы оҫтахана ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рембрандт» битенән алынған