Рембрандт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
51 юл:
1631 йылда Рембрандт [[Амстердам]]ға күсә, уның картиналарындағы [[барокко]] стилендәге хәрәкәт һәм күтәренке рух <ref name="БСЭ"/> күптәргә оҡшай, улар Гюйгенс кеүек Рембрандта яңы [[Рубенс, Питер Пауль|Рубенс]]ты күрәләр. Ә дуҫы Ливенс , Лейдендағы оҫтахананы ябып, Англияға китә һәм бер аҙ ваҡыт унда ижад итә.
 
Амстердам осоронда Рембрандт бик күп ҡтынҡатын-ҡыҙ һәм ир кешеләрҙең баш һүрәтен эшләй <ref name="Britannica"/>, һәр моделдең үҙенсәлеген , кеше йөҙөндәге мимиканы өйрәнә. Был бәләкәй һүрәттәрҙе һуңыраҡ хатта рәссамдың атаһы менән әсәһенең портреты тип уйлағандар, ә улар Рембрандт өсөн ысын портрет мәктәбе була<ref name="Britannica"/>. Ул осорҙа Амстердамда йәшәгән бай бюргерҙар рәссамға портреттарын эшләргә заказ бирә , рәссам күп кенә аҡса эшләй .
 
Амстердамдағы тәүге йылдарҙа Рембрандтың ижадында автопортрет ҙур урын алып тора; үҙен төрлө хикмәтле кейемдәрҙә, әллә ниндәй сәйер позала төшөрөп, ул ижадын ары үҫтереү юлын эҙләй . Ҡай саҡта этюдтарҙа төшөрөлгән ҡарт кешеләрҙе рәссам иҫ киткес бай көнсығыш кейемдәренә кейендерә, хыялында уларҙы Библиянан алынған геройҙар итеп күрә <ref name="Britannica"/>; Шундайҙар иҫәбендә Иерусалим емерелгәс илап ултырған Иеремия ( «[[Иеремия]], оплакивающий разрушение Иерусалима» (1630)). Рубенстың күп фигуралы гравюраларынан илһам алып <ref name="Britannica"/>, Голландияның штатгальтеры (хакимы) Фридрих-Генрих Оранский өсөн ул «Тәрене ҡуйыу» ( «Воздвижение креста» (1633))һәм «Тәренән төшөрөү» («Снятие с креста» (1632/1633)) тигән картиналар яҙа.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рембрандт» битенән алынған