Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл:
1917 йылдың 10 майында [[Мәскәү]] ҡалаһында ''I Бөтә Рәсәй мосолман съезы''ның башҡорт делегаттары тарафынан [[Башҡорт өлкә бюроһы]] ойошторола. Бюроның төп маҡсаты башҡорттарҙың милли хəрəкəте менән етәкселек итеү була. Бюро май уртаһынан алып ул [[Ырымбур]] ҡалаһында урынлаша. 1917 йылдың 26 июнендә ойошманың исеме ''Башҡорт халҡы союзы бюроһы'' тип үҙгәртелә. Ойошма улус советтарын — ''төбәк шураларын'' төҙөү һәм ''1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайына'' делегаттар һайлау үткәреү менән шөғөлләнә. Уның баҫма органы «[[Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире]]» гәзите була. Бюро ағзалары булып ''Ю. С. Бикбов'', [[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Ю. Ю. Бикбов]], [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә. Ә. Вәлидов]], ''С. С. Иҙелбаев'', [[Дәүләтшин Абдулла Сибәғәтулла улы|А. С. Дәүләтшин]], [[Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы|Ғ. М. Ҡыуатов]], ''Х. Игликов'', [[Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы|А. Н. Йәғәфәров]], [[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|У. М. Ҡыуатов]], [[Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы|С. Ғ. Мерәҫов]] һәм Ғ. И. Мутин була<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1891-bash-ort-lk-byuro-y|Башҡорт өлкә бюроһы|автор=[[Ҡасимов Салауат Фитрат улы|Ҡасимов С. Ф.]]}}</ref>.
{{Викитека|:ru:Категория:3-й Курултай Башкурдистана|Постановления Учредительного курултая}}
1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|I Бөтә башҡорт ҡоролтайы]] уҙғарыла. Съезда башҡорттар күпселекте тәшкил иткән улустарҙан икешәр делегат һайлана. Ҡоролтайҙа барлығы 70 делегат ҡатнаша. Съезд [[Башҡорт мәркәз шураһы]]н (''Башҡорт өлкә советы''н) ойоштора<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1885-bash-ort-m-rk-z-shura-y|Башҡорт мәркәз шураһы|автор=[[Ҡасимов Салауат Фитрат улы|Ҡасимов С. Ф.]]}}</ref> һәм уның башҡарма комитетын һайлай. Улустарҙа мәркәз шураһының бүлектәре төҙөлә һәм уның баҫма органы — [[Башҡорт (гәзит)|«Башҡорт»]] гәзите ойошторола. Башҡорт мәркәз шураһы составына ағза булараҡ [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы|Ш. Ә. Манатов]] (рәйес), [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә. Ә. Вәлидов]], Ғ. И. Мутин, [[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|У. М. Ҡыуатов]], [[Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы|С. Ғ. Мерәҫов]], [[Мутин Илдархан Ибраһим улы|И. И. Мутин]] һәм уларҙың ярҙамсылары булараҡ [[Әмиров Йыһангәрәй Ғилман улы|Й. Ғ. Әмиров]], [[Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы|Н. Т. Таһиров]], [[Сәлихов Яхъя Шәрәф улы|Я. Ш. Сәлихов]] һайлана{{sfn|А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана.|2010|с=52}}. Ҡоролтай барышында артабанғы резолюциялар ҡабул ителә: [[Башҡортостан автономияһы|Башҡортостан милли-территориаль автономияһы]], ''[[Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы]]''на һайлауҙарҙа ҡатнашыу, [[Беренсе донъя һуғышы]]н аннексия һәм контрибуцияларһыҙ туҡтатыу, [[Башҡорт армияһы|милли ҡораллы көстәрен]] ойоштороу, ерҙе социализациялау, 1917 йылға тиклем башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙе ҡайтарып биреү, Ырымбурҙағы [[Каруанһарай]]ҙы национализациялау, ''Бөтә Рәсәй мосолман шураһы''нда башҡорттарҙың вәкиллеге, улус шуралары эшмәкәрлеге, башҡорт халҡын иҫәпкә алыуҙы үткәреү, милли [[валюта]] һәм милек фондын булдырыу, дөйөм түләүһеҙ урта белем биреү, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлығы хаҡында. Яңы съезды [[Өфө]]лә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә<ref name="Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары">{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/2618-b-t-bash-ort-oroltaj-ary|Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|автор=[[Ҡасимов Салауат Фитрат улы|Ҡасимов С. Ф.]]}}</ref>.
 
1917 йылдың 25—29 авгусында [[Өфө]]лә [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|II Бөтә башҡорт ҡоролтайы]] уҙғарыла. Унда 100-гә яҡын делегат ҡатнаша. Съезд Башҡорт мәркәз шураһының рәсми резиденцияһы итеп Ырымбурҙағы [[Каруанһарай]]ҙы билдәләй, Өфөлә (етәксеһе — [[Әхмәҙуллин Фәтхей Әхмәҙей улы|Ф. Ә. Әхмәҙуллин]]) һәм [[Силәбе]]лә (етәксеһе — [[Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы|Н. Т. Таһиров]]) шураның секретариаттары ойошторола. Башҡорт мәркәз шураһының яңы составы — ағза булараҡ [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы|Ш. Ә. Манатов]] (рәйес), [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә. Ә. Вәлидов]] (рәйес урынбаҫары), [[Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы|Ш. М. Бабичев]] (сәркәтип), [[Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы|Х. Ғ. Ғәбитов]], ''К. КәрибовКәбиров'', [[Хәсәнов Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы|Ғ. В. Хәсәнов]], [[Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы|С. Ғ. Мерәҫов]], [[Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы|Н. Т. Таһиров]], ''Ә. Ғүмәров'', [[Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы|М. Ғ. Смаҡов]], ''Ф. Дәүләтшин'', [[Атнағолов Сәләхетдин Саҙрый улы|С. С. Атнағолов]] һәм ағзалыҡҡа кандидат булараҡ [[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Ю. Ю. Бикбов]], ''Ғ. Ғирфанов'', ''Ш. Биккузин'', ''[[Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы|А. Әлимғолов]]'' һайланған{{sfn|А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана.|2010|с=54}}.
 
Ҡоролтай барышында артабанғы резолюциялар ҡабул ителә: милли берҙәмлек, башҡорттарҙы сәйәси, социаль һәм мәҙәни йәһәттән тергеҙеү; Башҡорт милли хәрәкәтенең милли-территориаль автономияға өлгәшеүгә йүнәлешен һаҡлап ҡалдырыу тураһында<ref>.Был резолюцияның ҡабул итеү сәбәбе булып [[Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы|М. Ғ. Ҡорбанғәлиев]] етәкселегендәге [[Силәбе өйәҙе]] делегацияһының милли-мәҙәни автономияны яҡлап сығыуы булып тора.</ref>, Ваҡытлы Рәсәй хөкүмәтен яҡлау<ref>(Был резолюцияның ҡабул итеү сәбәбе булып Рәсәй армияһының Юғары баш командующийы, инфантерия генералы ''Л. Г. Корнилов''тың диктатура урынлаштырырға ынтылышы булып тора.</ref>) һәм башҡалар тураһында<ref name="Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары"/>. ''[[Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы]]на''на депутатлыҡҡа [[Өфө губернаһы|Өфө]], [[Пермь губернаһы|Пермь]], [[Һамар губернаһы|Һамар]] һәм [[Ырымбур губернаһы|Ырымбур]] губерналары башҡорттарынан кандидаттар исемлеген раҫлау. 1917 йылдың көҙөндә «Федералист-башҡорттар» исемлегенән ''Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышыйыйылышына''на депутат итеп [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы|Ш. Ә. Манатов]], [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә. Ә. Вәлидов]], [[Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы|Ғ. Ф. Фәхретдинов]] һәм [[Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы|Ғ. М. Ҡыуатов]] һайлана<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/2624-b-t-r-s-j-ojoshtorou-jyjylyshy|Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы|автор=Мордвинцев Г. В.}}</ref>.
 
1917 йылдың 25 октябрендә (яңыса — 7 ноябрендә) илдә йәнә революция күтәрелә һәм большевиктар власҡа килә. [[Башҡорт мәркәз шураһы]] был осорҙа 1-се һанлы фарман ҡабул итә. 1917 йылдың 15 ноябрендә (яңыса — 29 ноябрендә) Башҡорт мәркәз шураһы [[Өфө губернаһы|Өфө]], [[Пермь губернаһы|Пермь]], [[Һамар губернаһы|Һамар]] һәм [[Ырымбур губернаһы|Ырымбур]] губерналары территорияһында [[Башҡортостан автономияһы|Башҡортостан милли-териториаль автономияһы]] тураһында иғлан итеүсе 2-се һанлы фарманды ҡабул итә. Фарманға ярашлы ғәскәрҙәр, банктар, тимер юлдары, почта, телеграф, һалымдар йыйыу Башҡортостан дәүләт органдары ҡарамағына бирелә. Губерналар һәм өйәҙҙәргә административ бүленеш кантондарға бүленеү менән алыштырыла<ref>{{книга
| автор = Кульшарипова Н. М., Зулькарнаева Е. З.
| заглавие = Фарман.// Башкортостан: краткая энциклопедия