Ремарк Эрих Мария: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
54 юл:
Уның Германияла ҡалған кесе һеңлеһе ''Эльфрида Шольц'' 1943 йылда Гитлерға һәм һуғышҡа ҡаршы һүҙҙәре өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыла. Судта ул ғәйепле тип табыла һәм 1943 йылдың 30 декабрендә язалана. Оло апаһы ''Эрна Ремарк''ҡа Эльфриданы төрмәлә тотҡан , хөкөм иткән һәм язалаған өсөн иҫәп ҡағыҙы килә : 495 марока 80 пфенниг, уны тейешле иҫәп буйынса ике аҙна эсендә түләргә кәрәк була<ref>Литературная газета. — 12 мая 1971</ref><ref>Указано в одном из американских некрологов Ремарка (Рут Мартон. Там же. — С. 82 (гл. IV))</ref>. Шаһиттар раҫлауынса, судья : «''Һеҙҙең ағайығыҙ беҙҙән ҡасып өлөгөрҙө, ләкин һеҙ беҙҙән ҡасып ҡотола алмаҫһығыҙ''»,- тип әйткән. Һеңлеһенең язаланыуы тураһында Ремарк һуғыштан һуң ғына белә , уға 1952 йылда сыҡҡан «Искра жизни» тигән китабын бағышлай. 25 йылдан һуң Ремарктың һеңлеһе исемен уларҙың тыуған ҡалаһы Оснабрюкелағы бер урамға бирәләр.
 
1951 йылда Ремарк [[Чарли Чаплин]]дың элекке ҡатыны, Голливуд актрисаһы Полетт Годдар менән таныша (1910—1990), ул яҙыусыға Дитрих менән аралары боҙолоуҙы оноторға ярҙам итә, депрессиянан дауалай, Ремарк үҙе әйткәнсә, «''уға ыңғай тәьҫир итә''». Күңел тыныслығы ҡайтҡас, яҙыусы «''Искра жизни''» романын яҙып бөтә һәм ижади эшмәкәрлеген ғүмеренең аҙағынаса туҡтатмай.
 
1957 йылда Ремарк Ютта менән айырылыша, 1958 йылда Полеттҡа өйләнә. Шул уҡ йылда Ремарк Швейцарияға ҡайта, ғүмеренең аҙағынаса Полетт менән шунда йәшәй.
 
1958 йылда Ремарк үҙенең шундай уҡ исемле романы буйынса төшөрөлгән «Время жить и время умирать» (АҠШ) фильмында бәләкәй генә профессор Польман ролендә уйнай .
 
== Бүләктәре. Хәтер ==
 
1964 йылда тыуған ҡалаһынан килгән делегация уға миҙал бирә . 1967 йылда, тапшыра Швейцариялағы немец илсеһе уға ФРГ орденын (немец гражданлығын уға барыбер кире ҡайтармайҙар).
 
1968 йылда яҙыусының 70 йәшенә үҙе йәшәгән Аскона ҡалаһы (Швейцария) уны почётлы граждан тип иғлан итә.
 
Эрих Мария Ремарк 1970 йылдың 25 сентябрендә, 73-сө йәшендә, Локарно ҡалаһында вафат була. Яҙыусы Тичино кантонының Ронко зыяратында ерләнгән. Полетт Годдар егерме йылдан һуң уның янында ерләнгән.
 
Ремарк «Юғалған быуын» («[[Потерянное поколение|потерянного поколения]]») яҙыусыларына инә. Был беренсе донъя һуғышын үткән «асыулы йәш кешеләр», тәүге китаптарын яҙып, Көнбайыш публикаһын шаңҡыта. Улар араһында,Ремарктан башҡа, [[Олдингтон, Ричард|Ричард Олдингтон]], [[Дос Пассос, Джон|Джон Дос Пассос]], [[Хемингуэй, Эрнест|Эрнест Хемингуэй]], [[Фицджеральд, Фрэнсис Скотт|Фрэнсис Скотт Фицджеральд]] исемдәре бар.
 
== Библиография ==