Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл:
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Айбулат Дәүләтбай улы Рәхмәтуллин 1967 йылдың 12 майында [[Башҡорт АССР-ы]]ның (1993 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]]) [[Бөрйән районы]] [[Нәби]] ауылында күренекле ҡурайсы һәм танылған [[йыр]]сы, [[БАССР]]-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре [[Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы|Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллин]] (1937) ғаиләһендә тыуған.

Бала сағынан [[башҡорт халыҡ йырҙары]]н һәм үҙенсәлекле [[ҡурай]] моңдарын тыңлап үҫә. Атаһы өлгөһөндә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, мәктәп йылдарында төрлө сәхнәләрҙә даими сығыш яһай.

Билдәле көйҙәрҙән башлап аҙ башҡарылғандарына тиклем ҡурайҙа яңғырата, йылдан-йылға үҙенең оҫталығын арттыра һәм шымарта бара. Шуға ла киләсәктә «кем булырға» тигән уй уның башына ла инеп сыҡмай.

Һигеҙенсе синыфты бөткәс тә [[Өфө сәнғәт училищеһы]]на юллана. Уның «ҡурай» класын 1986 йылда тамамлағас, Бөрйән районы мәҙәниәт йортоноң [[ҡурай]]сылар ансамбле етәксеһе булып үҙалы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1994 йылда [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]н тамамлай.
 
* 1986—1988 йылдар — Совет Армияһында сафында хәрби хеҙмәттә була. [[Монголия Халыҡ Республикаһы]] территорияһында урынлашҡан ғәскәри подразделениеның хәрби оркестрында өлкән музыкант.