Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
өҫтәмә мәғлүмәт
38 юл:
1918 йылдың июнендә [[Силәбе]] ҡалаһында Башҡорт Хөкүмәте йәнә үҙ эшен башлай, хөкүмәт рәйесе вазифаһын ваҡытлыса [[Сәғит Мирасов]] башҡара. 1918 йылдың авгусында хөкүмәт большевиктарҙан азат ителгән Ырымбур ҡалаһына [[Каруанһарай]]ға ҡайтҡас, Юныс Бикбов Башҡорт Хөкүмәте рәйесе вазифаһын үтәй башлай. Уның етәкселегендә [[Кесе ҡоролтай]] ағзалары юридик эштәр менән шөғөлләнә, ауыл хужалығы һәм урман идаралығына ҡағылған закондар ҡабул итә<ref name="Ярмуллин А. Ш." />.
 
1918 йылдың сентябрендә [[Комуч|Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты]] (Комуч) менән [[Башҡортостан автономияһы]]н таныу, [[Башҡорт армияһы|Башҡорт ғәскәрен]] Халыҡ армияһы составына индереү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Башҡортостан автономияһы делегацияһы составында [[Өфө дәүләт кәңәшмәһе]] эшендә ҡатнаша<ref>{{книга
| автор =
| заглавие = А.  А.  Валидов  — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920): сб. док.Документы и материаловматериалы. / УпрСост. по делам архН. при Правительстве РеспМ. БашкортостанХисматуллина, Центр, госР. истН. арх. Респ. БашкортостанБикметова, Центр этнолА. исслед. УНЦ РАН; [сост.: Н. М. Хисматуллина др.]. Ч. 1. УфаГалеева, 2005Ю. — СР. 159.</ref>.Сайранов
| ссылка =
| ответственный =
| место = Уфа
| издательство = Китап
| год = 2005
| том = 1
| страниц = 392
| страницы = 159
| isbn = 5-295-03702-9
| ref = А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана.
}}</ref>.
 
1918 йылдың ноябрендә власть [[Колчак]]тың ҡулына күскәс, урындағы хөкүмәттәрҙе бөтөрөү сәйәсәте башлана. Башҡорт Хөкүмәте был фармандарға буйһонмай һәм үҙенең эшмәкәрлеген Орск өйәҙе биләмәләрендә дауам итә. Хөкүмәт ағзаларының күбеһе большевиктар яғына сығыуҙы хуплай, әммә уның рәйесе Юныс Бикбов, [[Илдархан Мутин]] һәм башҡалар быға ҡырҡа ҡаршы була. Һөҙөмтәлә был асыҡ низағҡа килтерә, һуңғылары [[Баймаҡ]]та [[Усман Ҡыуатов]], [[Яхъя Сәлихов]], [[Таһир Имаҡов]] һәм [[Ғ. Хәсәнов]] тарафынан ҡулға алына. [[Әхмәтзәки Вәлидов]] ҡыҫылыша арҡаһында Бикбов һәм уның фекерҙәштәре азат ителә<ref>Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921). —Уфа, 2000. — С. 195—196.</ref>.