Грек-рим көрәше: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл:
 
== Һығылмалылыҡ һәм көс ==
Классик көрәш - һығылмалылыҡ һәм көс тандемы (ике яғы) Көрәш спецификаһының айырым урыны булып тренировкалар-күнегеүҙәрҙә атлеттың «мост йәғни күпер» тора. Уны эшләгәндә атлеттың аяҡтары, маңғайы һәм бик һирәк кенә эйәге келәмгә тейеп тора, ә арҡаһы дуға рәүешендә бөгөлә.
Һығылмалылыҡты үҫтереү өсөн акробатик күнегеүҙәрҙең айырым йыйылмаһын өйрәнергә кәрәк, шуларҙан, мәҫәлән: тәкмәс атыу, тәгәрмәс яһау, рондат, ҡулдарҙа баҫып тороу, бөгөлгән арҡа менән тороу, йүгереп менеү, «күпер» эшләргә өйрәнеү.
Ныҡ һәм эластик быуындарһыҙ, ҡан тамырҙарһыҙ һәм лимфа системаһынан башҡа көрәшсе еңеүгә өлгәшә алмай, шунлыҡтан ул бик ентекләп йығылыу һәм үҙ-үҙеңде һаҡлау техникаһын үҙләштерергә, үҙендә барлыҡҡа килтерергә тейеш. Тын алыу системаһы һәм дөйөм түҙемлелек-сыҙамлылыҡ йүгереү һәм төрлө хәрәкәтле уйындар, бигерәк тә регби уйындары менән булышҡанда үҫешә.