Мортазин Рәүеф Әхмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
викилаштырыу, күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
8 юл:
|род деятельности = Композитор
|дата рождения = 15.01.1910
|место рождения = [[Ырымбур губернаһы]], [[Орск өйәҙе]], [[Темәс]] ауылы<ref name="Х">Хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]дыңның {{ТУ|Баймаҡ районы}}.</ref>[[Темәс]] ауылы
|гражданство = {{USSR}} → {{RUS}}
|подданство =
|дата смерти = 10.04.1994
|место смерти = {{ВБУ|Өфө}} ҡалаһы
|отец =
|мать =
30 юл:
}}
 
'''Мортазин Рәүеф Әхмәт улы Мортазин '''<span> ([[15 ғинуар]] [[1910]] — [[10 апрель]] [[1994]]) — башҡорт композиторы. Башҡорт музыкаһында симфония жанрына башланғыс һалаһалыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957), [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы|Салауат Юлаев исемендәге премия]] лауреаты (1990). [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы.
 
== Биографияһы ==
Рәүеф Әхмәт улы Мортазин 1910 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе<ref name="Х" /> [[Темәс]] ауылында тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, [[Өфө сәнғәт училищеһы|Өфө музыка техникумының]] оркестр бүлексәһенә уҡырға инә. Бер үк ваҡытта Башҡорт драма театры оркестрында торбала уйнай. Хеҙмәт юлын 1930 йылда Баймаҡ баҡыр иретеү заводының тынлы оркестры етәксеһе булараҡ башлай. 1934—1936 йылдарҙа Баймаҡ һәм Стәрлебаш колхоз-совхоз драма театрҙарының музыкаль етәксеһе булып эшләй. 1937—1941 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһының башҡорт бүлексәһендә профессорҙар Г. Литинский, Е. Месснер, И. Яцевичтарҙың композиция класында уҡый.
 
Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Рәүеф Мортазин фронтҡа китә. Мәскәү эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша, яралана. 1946 йылда демобилизацияланғандан һуң, Рәүеф Мортазин музыкаль белем алыуын дауам итә һәм ошо уҡ йылда профессор В. Белыйҙың композиция класы буйынса консерваторияны тамамлап сыға.
 
1947 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1947—1966 йылдарҙа Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары була, күп тапҡырҙар Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙар союздары идаралары составына һайлана. 1947 йылдан БАССР Мәҙәниәт министрлығының фольклор кабинеты мөдире, 1951—1957 Өфө музыка училищеһында торба класы уҡытыусыһы булып эшләй. Башҡорт халҡының йыр сәнғәтен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә. Рәүеф Мортазин 300-ҙән ашыу халыҡ йырын яҙып ала, байтағы уның эшкәртеүендә башҡарыла.