Скобликова Лидия Павловна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, викилаштырыу
1 юл:
{{Ук}}
 
'''Ли́дия Па́вловна Ско́бликова''' ([[8 март]]  [[1939]], [[Златоуст]], [[ Силәбе өлкәһе]], РСФСР,   [[Совет Социалистик Республикалар Союзы|СССР]]) — совет   [[Конькиҙа йүгереү спорты|конькиҙа йүгереүсеһе]], конькиҙа йүгереү спорты тарихында берҙән-бер 6 тапҡыр олимпия чемпионы, Инсбруктағы 1964 йылғы  Олимпиаданың  абсолют чемпионы.
Спорт ҡушаматы  — «Урал йәшене».
* 1960 йылғы Олимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы (1500 һәм 3000 м)
* 1964 йылғы Олимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы
* 1960 йылда 1000  м дистанцияла 4-се урынды ала, 1968 йылғы Олимпия уйындарында — 3000  м дистанцияла 6-сы һәм 1500  м арала 11-се була
* Донъяның ике тапҡыр абсолют чемпионы (1963, 1964)
* 1000 м (1963—1968), 1500 м (1960—1962) һәм 3000 м (1967) дистанцияларҙа донъя рекордсыһы.
 
СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1960), тарих фәндәре кандидаты (1982), профессор.<div><br />
</div>
[[Силәбе]]нең  «Буревестник» командаһы, һуңғары Мәскәү «"Локомотив»"ы өсөн сығыш яһай.
«Ҙур уҙыштар» спорт-күңел асыу шоуында команданың тренеры була.  
 
== Биографияһы ==
Лида ҙур ғаиләлә үҫә (атаһы, әсәһе, өс ҡыҙ ҡәрҙәше, ҡустыһы).   [[Спорт]]ҡа  һөйөүҙе унда мәктәптең   физкультура уҡытыусыһы  Б.  Н. Мишин Мишин уята, ҡомарлы ҡыҙҙа ныҡлыҡ, еңеүгә ынтылыш тәрбиәләй. Лидия волейбол,   [[еңел атлетика]], спорт гимнастикаһы,  [[Саңғы спорты|саңғы]]  менән мауыға.  14 йәшендә  Златоуст менән Силәбе өлкәһенең еңел атлетика беренселектәрендә еңә (800 метрға йүгереүҙә).  Бер йылдан Златоуст конькиҙа йүгереү спорты тренеры Евдокимова Ольга Васильевна етәкселеге аҫтында ошо спорт төрөндә үҙен һынап ҡарарға була һәм беренсе ярышта уҡ икенсе разряд нормаһын үтәй.   [[1956 йыл]]да  тыуған ҡалаһының чемпионы була. Ошо уҡ йылды Силәбе педагогия институтына инә һәм  [[1960 йыл]]ға тиклем уҡый. СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Б.  А.  Кочкинда шөғөлләнә<ref>{{Cite web|title=www.um74.ru Уральская молния|url=http://um74.ru/myzei/trener.html|publisher=um74.ru|accessdate=2017-08-12}}</ref>.
 
Скобликова   [[1958 йыл]]да  беренсе етди уңыштарға өлгәшә,   спорт мастеры һәм 1500 метрға йүгереүҙә РСФСР халыҡтары  Спартакиадаһы призеры була;  илдең иң яҡшы конькиҙа йүгереүселәре тиҫтәһенә инә. [[1959 йыл]]да   [[Екатеринбург|Свердловскиҙа]] үткән донъя чемпионатында һәм   [[Совет Социалистик Республикалар Союзы|СССР]]  беренселегендә дөйөм өсөнсө урынды ала. Стайер (3000 м) һәм уртаса (1500 м) дистанцияларҙы бик яҡшы үҙләштерһә лә,   спринтта  (500 һәм 1000 м) күптәрҙән ҡалыша. Шунлыҡтан  [[Швеция]]лағы  донъя беренселегендә  (1960)   500 һәм 3000  метр дистанцияларҙа алтын миҙал алыуы бөтәһен дә шаҡ ҡатыра.  1960 йылда  Олимпия уйындарында  (Скво-Вэлли,  [[Америка Ҡушма Штаттары|АҠШ]]) ҡатнаша, был Олимпиада программаһына  Олимпия уйындары тарихында тәүләп конькиҙа тиҙлекле йүгереү буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ярышы индерелгән була. 1500  метрға йүгереүҙә еңеү яулап,   Олимпиадала ҡатнашыусылар араһында беренсе булып донъя рекорды ҡуя (2 мин 25,2 сек), шунан үҙенең яратҡан дистанцияһы  3000  метрҙа ла еңә. Юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн  ул  [[ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]]  менән бүләкләнә.   [[Япония]]лағы донъя чемпионатында ([[1963]]) беренсе тапҡыр донъяның абсолют чемпионы булып, конькиҙа йүгереүсе универсалға әүерелеүен иҫбатлай: бөтә дүрт дистанцияла ла еңә  (1000 м м — 1 мин 31,8 сек, донъя рекорды).
 
== Уникаль ҡаҙанышы ==
1964 йылда Олимпия уйындарында ([[Австрия]]) Скобликова конькиҙа тиҙлекле йүгереү тарихында уникаль ҡаҙанышҡа өлгәшә  — бөтә дүрт дистанцияла ла алтын миҙал ала һәм өҫтәүенә өсөһөндә (500, 1000 һәм 1500 м)  олимпия рекордтары ҡуя. Йүгереүенең матур, еңел, теүәл техникаһын билдәләп, белгестәр уны «Коньки королеваһы» тип атай.  1964 йылдан КПСС ағзаһы,   партияға Инсбруктағы триумфынан һуң телефон аша Н. С. Хрущёв тарафынан алына. Халыҡ-ара конькиҙа йүгереүселәр союзының вице-президенты  С. Лофман әйтеүенсә,  Скобликованың һоҡланғыс триумфы ҡатын-ҡыҙҙар араһында конькиҙа йүгереү спорты үҫешенә ярҙам итә.  Шул уҡ 1964 йылда Скобликова конькиҙа тиҙлекле йүгереү буйынса донъя чепионатында  (Швеция) йәнә дүрт дистанцияла еңеү яулай. Бындай ҡаҙаныштан  (8 алтын миҙалдың  8-е лә) уҙҙырып булмай, уны тик ҡабатларға ғына була.  1964 йылда тағы бер Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 
 
Ғаиләһе лә спортсыларҙан тора: ире  А. Полозков  еңел атлетика буйынса  СССР йыйылма командаһы составына инә, спорт атлауы буйынса донъя рекордсыһы, улы  Г. Полозков   [[1990]]-сы йылдар башында   Рәсәйҙең конькиҙа йүгереү спорты буйынса йыйылма командаһының тренеры була. 
 
Силәбеләге Боҙ һарайы Лидия Скобликова исемен йөрөтә.
 
[[Файл:RR5110-0121R.jpg|справа|мини|200x200пкс|Рәсәй Банкының Лидия Скобликова портреты төшөрөлгән иҫтәлекле тәңкәһе.  2 һум, көмөш, 2012 йыл]]
 
[[Файл:RR5110-0121R.jpg|справа|мини|200x200пкс|Рәсәй Банкының Лидия Скобликова портреты төшөрөлгән иҫтәлекле тәңкәһе.  2 һум, көмөш, 2012 йыл]]
 
== Дәүләт наградалары ==
* III дәрәжә   «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены ([[1999 йыл|1999]])<ref>[http://www.sport-express.ru/art.shtml?3280 Президент Борис Ельцин наградил Лидию Скобликову]</ref>
* Ике   [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]]  ([[1960 йыл|1960]]; 30.03.1965)
* [[«Почёт Билдәһе» ордены]]
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{примечания}}
 
== Әҙәбиәт ==
* {{Китап|автор=Жукова Р. М.|заглавие=Лёд, сталь, характер|место=М.|год=1965}}
* ''Борченко А. Г.'' Наша Лида. - — Челябинск, 1964.
 
== Һылтанмалар ==
Юл 45 ⟶ 44:
* [http://www.rg.ru/2006/04/14/skoblikova.html Интервью в «Российской газете» от 14 апреля 2006 года]
* {{Из БСЭ|заглавие=Скобликова Лидия}}
 
[[Категория:СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары]]
[[Категория:III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары]]
51 юл:
[[Категория:СССР-ҙан Олимпия чемпиондары]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:8 мартта тыуғандар]]
[[Категория:1939 йылда тыуғандар]]
[[Категория:Алфавит буйынса спортсылар]]
[[Категория:КПСС ағзалары]]