Туп уйындары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
яңы мәғлүмәт
 
4 юл:
'''Туп уйындары''' — [[туп]] ҡулланылған [[спорт]] һәм башҡа төр уйындар. Уларҙың күбеһендә тупты ҡаршы яҡ командала уйнаусылар туҡтата, тотоп ала алмаҫлыҡ итеп ташлау йә иһә уны кире һуғыу, башлыса ҡул һәм аяҡ йә ниндәйҙер уйын ҡоралдары ярҙамында тупты билдәле бер төрлө итеп йүнәлтеү, мәҫәлән баскетболда кәрзинкәгә ташлау, футбол һәм хоккейҙа ҡапҡаға индереү уйынсыларҙың төп маҡсаты итеп ҡуйыла.
 
== Популяр туп уйындары ==
== Туп менән популяр уйындар ==
Уйындарҙың ҡағиҙәләрендә билдәләнгән төп маҡсаттарға нигеҙләнеп, туп уйындарын бер йәки бер нисә категорияға индереп ҡарарға мөмкин. Бер-береһенә оҡшаш булғандар йыш ҡына боронғо бер үк уйындан килеп сыҡҡан була. Ошондай категорияҙы түбәндәге миҫалдар аныҡ күрһәтә:
* Гол индерелергә тейешле уйындар — туп ҡапҡаға инергә йәки башҡа сәпкә тейергә тейеш. Бындай уйындар иҫәбенә, мәҫәлән, [[америка футболы]], [[футбол]], туплы хоккей, [[үләндә хоккей уйнау]], [[һыуҙа туп уйнау]] (водное поло), [[поло]] (һыбай туп уйнау), [[баскетбол]], [[гандбол]] һәм пушбол.
13 юл:
* Еңеүселәр һәм еңелеүселәр булмаған уйындар. Улар бары тик рәхәтлек алыу, күңел асыу, мәрәкә һәм уйын-көлкө өсөн ойошторола. Миҫалдар — [[Бирма]]ла популяр булған чинлон һәм [[Япония]]лағы кэмари уйындары. Түңәрәктә торған уйынсыларҙың маҡсаты — ҙур булмаған тупты башлыса аяҡтар менән типкеләп, уны ергә төшөрмәй, мөмкин тиклем күберәк ваҡыт һауала тотоу.
 
Туп шулай уҡ спорттың уйын булмаған төрҙәрендә лә, мәҫәлән, художестволы гимнастикала ҡулланыла.
 
== Тарихы ==