Мәхрәм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
28 юл:
== Хәҙис ==
* [[Мөхәммәт (пәйғәмбәр)|Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм]] әйткән: «Мәхрәме булмаған ир ҡатын-ҡыҙ менән аулаҡта ҡалмаһын, һәм ҡатын-ҡыҙ мәхрәме булмаған килеш сәйәхәттә йөрөмәһен <ref>Сборники хадисов имамов аль-Бухари и Муслима</ref>.
 
==Мәхрәм тураһында әҙәбиәттә ==
Мәхрәм менән хаж ҡылыу тураһында әҙәбиәттәге мәғлүмәттәрҙән:
Мосолман мотлаҡ үтәргә тейешле биш бурыстың береһе - хаж ҡылыу. Ҡатын-ҡыҙҙың ошо ғибәҙәтте үтәүе йәһәтенән дә әленән-әле төрлө бәхәстәр ҡубып тора. Ире йәки мәхрәме (йәғни, уға өйләнергә хаҡы булмаған ир туғандары) менән генә сәфәр ҡыла ала тип, ҡайһы бер илдәрҙә, милләттәрҙә ҡатындарҙы изге ғәмәлен үтәүҙән мәхрүм итәләр. Шуға күрә виза юллар алдынан ойоштороусыларҙан: «Хәләл ефетем бармағас, миңә хажға рөхсәт булырмы?» - тип һораным. «Олоғайғандарға - рөхсәт, йәшерәктәргә кәртәләр булыуы ихтимал,»- тип яуапланылар <ref>Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б..</ref>
 
[[Ризаитдин Фәхретдинов]] (Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов; 1859—1936 — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле, Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе (1923—1936) был мәсьәләне лә ентекле яҡтырта. Юл имен һәм ышаныслы ҡатындар менән берлектә булыу шарты менән фарыз хажға ҡатын-ҡыҙҙың иренән һәм мәхрәменән башҡа ла сәфәр ҡылыуы дөрөҫ, тигән фекерҙе яҡлап сыға ул <ref> Риза Фәхретдин. Жәуамиғел кәлим шәрхе. Ырымбур, 1916. Жәуамиғел кәлим шәрхе. Ырымбур, 1917</ref>.
 
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мәхрәм» битенән алынған