Аҡһымдар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
182 юл:
 
Аҡһым-транспортёрҙар махсуслашҡан тәртиптә эшләй. Һәр береһе тик билдәле төр матдәне генә үткәрә йәки билдәле бер сигналды тапшыра.
=== Ябай һәм ҡатмарлы аҡһымдар ===
'''Ябай аҡһымдар (протеиндар'''): альбуминдар, глобулинлар, гистон , коллаген, кератин һәм башҡалар. Ябай аҡһымдар полипептид сылбырҙан ғына тора.
 
'''Ҡатмарлы аҡһымдарҙың (протеидтар)''' составында полипептид сылбырҙан тыш аҡһым булмаған компоненттар ( простетик төркөм) инә.
'''Ҡатмарлы аҡһымдарҙың химик тәбиғәте буйынса төркөмдәре''':
 
*'''нуклеопротеидтар''' – аҡһымһәм нуклеин кислоталарының берләшмәһе. Улар араһында иң өйрәнелгәне рибосомалар. Улар бер нисә РНК молекулаларынан һәм рибосома аҡһымдарынан тора.
Хроматин – эукариот күҙәнәктәрҙең төп нуклеопротеиды. ДНК –ан һәм и структур аҡһымдар – гистондарҙан тора (күҙәнәк ядроһында, митохондрияларҙа, хлоропластарҙа);
*'''гемопротеидтар''' – аҡһым булмаған компоненты гемдан , 4 пирроль ҡулсанан , уларға бәйләнгән (азот атомы аша) ике валентлы тимер ионынан тора.
Бындай аҡһымдарға : гемоглобин, миоглобин, цитохромдар инә.
Уларҙы хромопротеидтар тип тә атайҙар.Сөнки, гем был матдәләргә төҫ бирә.
*'''металлопротеидтар''' –простетик төркөмөндә металл булған ҡатмарлы аҡһымдар. Хлорофилл дың гемында магний, цитохром составында баҡыр бар;
* '''липопротеидта'''р – простетик төркөмө булып липидтар тора. Улар күҙәнәк мембранаһын төҙөйҙәр;
* '''фосфопротеидтар''' – простетик төркөмө булып фосфор кислотаһы ҡалдығы тора. Уларға казеин (һөттә), овальбумин һәм вителлин (йомортҡала), ҡайһы бер ферменттар инә;
* '''гликопротеидтар''' – простетик төркөмө булып углеводтар тора (мәҫәлән, шайыҡтағы муцин).
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡһымдар» битенән алынған