Вәлиев Ярулла Носратулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
50 юл:
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Ярулла Вәлиев күп [[проза]]иктар кеүек [[әҙәбиәт]]кә [[шиғриәт|шиғырҙар]] яҙып аяҡ баҫа.

1938—1941 йылдар арауығында республика ваҡытлы матбуғатында уның исем-шәрифтәре менән баҫылған шиғырҙарын йыш осратырға була.

1947 йылдан журналистикаға ныҡлап тотона. 1963 йылда Башҡортостан [[«Китап» нәшриәте]]ндә «Үҙебеҙҙең кеше» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы, 1965 йылда «Хәйерле иртә, Исмәғил!» повесы айырым баҫма булып сыға.

Әҫәр әҙәбиәт һөйөүселәр, бигерәк тә мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

1970 йылда — «Бөркөттәр оя ташламай» [[роман]]ы, ә 1976 йылда «Һин минең берҙән берем» повесы донъя күрә. Әҙип әҫәрҙәренең төп геройҙары — ергә ереккән хеҙмәтсәндәр.
 
== Әҙип хаҡында ==