Мускулдар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
10 юл:
Һәр төрлө хәрәкәттәр яһау өсөн кеше организмында, бөтә умыртҡалы хайуандарҙағы кеүек үк, өс төр мускул туҡымаһы була: һөлдә, йөрәк туҡымалары һәм шыма туҡыма. Һәр бер төр туҡымаға үҙгәргән күҙәнәктәрҙең — мускул сүстәренең үҙенең төрө хас. Һөлдә мускулдары арҡыры һыҙатлы мускул туҡымаһынан төҙөлгән. Уның мускул сүстәре шәлкемдәргә йыйылып тора. Сүстәр эсенән аҡһым епсәләре үтә, шулар арҡаһында мус­кулдар ҡыҫҡарырға, тартылырға һәләтле. Йөрәк мускулы, һөлдә мускулы кеүек үк, арҡыры һыҙатлы мускул сүстәренән тора. Был сүстәр билдәле бер участкаларҙа бергә ҡушылған (үҙ-ара үрелгән) һымаҡ була. Ошо үҙенсәлек арҡаһында йөрәк мускулы тиҙ ҡыҫҡарырға һә­ләтле. Эске ағзаларҙың (ҡан тамырҙарының, эсәктәрҙең, һейҙек ҡыуығының) көптәре шыма мускул туҡымаһынан төҙөлгән. Был туҡыма сүстәренең ҡыҫҡарыуы яй бара. Һөлдә мускулдары арҡыры һыҙатлы мускул сүстәре шәлкемдәренән тора. Һәр бер мускулға ҡан тамырҙары һәм нервылар килә. Мускулдар тоташтырғыс туҡыманан торған шекәрә менән көпләнгән һәм һөйәктәргә тарамыштар ярҙамында нығытылған.
Һеңерҙәр. Мускулдарҙың һөйәк өслөгенә беректереүсе өлөшө.
Хайуандарҙың мөһим үҙенсәлеге — уларҙың хәрәкәт итеү һәләте. Күпселек хайуандарҙың хәрәкәте — мускулдар ҡыҫҡарыу нәтижәһеһөҙөмтәһе.
 
== Мускулдар һәм терәк-хәрәкәт системаһы ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мускулдар» битенән алынған