Корбут Ольга Валентиновна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
Ольга Корбут 1963 йылда икенсе класта уҡыған сағында   Ярослав Иванович Королдең гимнастика түңәрәгенә килә. 1965 йылда 10 йәшендә Ренальд Кныштың төркөмөнә эләгә. Тәүге ҙур уңышҡа 1970 йылда өлгәшә — таянып һикереүҙә СССР чемпионы була һәм СССР йыйылма командаһына индерелә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында бүрәнәлә сальто  эшләй алған тәүге гимнаст.
 
Спорт  гимнастикаһы тарихына [[Турищева Людмила Ивановна|Людмила Турищева]] менән   Ольга Корбуттың бер-береһенә ҡаршы тороу тарихы ингән. Турищева иҫке академик гимнастика мәктәбен кәүҙәләндерә, ә Корбут спорттағы яңы ағымды сағылдыра: дыуамал элементтар, атлетизм һәм йәшлек.  1972 йылда Мюнхен Олимпиадаһында Корбут новаторҙарса гимнастика элементтарын күрһәтә һәм тамашасы һөйөүен яулай.  Ләкин абсолют беренселек өсөн ҡаты алышта Турищеванан еңелә<ref>[http://www.kommersant.ru/doc.aspx?DocsID=353735 «Нашу гимнастику губит увлечение трюкачеством»]</ref>. Абсолют беренселектә үҙенең яратҡан снаряды булған бүрәнәлә сығыш яһағанда ул етди хата ебәрә һәм һөҙөмтәлә хатта призёрҙар иҫәбенә лә инмәй<ref name="Ref1">[https://books.google.kz/books?id=mYBtMajLAaAC&pg=RA1-PA333 Sports around the World: History, Culture, and Practice by John Nauright / p333] {{Тикшерелгән|25|12|2015}}(Тикшерелгән 25&nbsp;декабрь&nbsp;2015)</ref>.
 
1976 йылда Ольга Монреалдәге Уйындарҙа  СССР йыйылма командаһында була,  команда составында алтын һәм бүрәнәлә көмөш награда яулай.