Жорж Бизе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл:
|Сайт =
}}
'''Александр Сезар Леопольд Бизе ''' ({{lang-fr|Alexandre-César-Léopold Bizet}}), суҡындырған ваҡытта '''Жорж''' исеме бирелгән, {{Lang-fr|Georges}}; [[1838 йыл|1838]]—[[1875 йыл|1875]]) — романтизм осороноң француз композиторы, оркестр әҫәрҙәре, романстар, фортепиано пьесалары, шулай уҡ опералар авторы, улар араһында иң танылғаны  — «[[Кармен (опера)|Кармен]]».
 
== Биографияһы ==
32 юл:
Консерваторияла уҡыған ваҡытта уҡ (1848—1857), Бизе үҙен композитор булараҡ һынап ҡарай. Ошо осорҙа ул композитор техникаһын һәм башҡарыу оҫталығын үҙләштерә.
 
1857 йылда Жак Оффенбах ойошторған конкурста ул «Доктор Миракль» опереттаһы өсөн Шарль Лекок менән берлектә премияны бүлешә һәм Рим премияһын да ала. Шул уҡ йылда Бизе "«Кловис һәм Клотильда"» кантатаһын конкурсҡа ебәрә һәм тағы ла Рим премияһын ала. Ошо премия аҡсаһына Римда өс йыл дауамында йәшәү мөмкинлеге асыла, ул музыка яҙа һәм үҙенең белемен камиллаштыра. Рим премияһы лауреаттары мотлаҡ рәүештә отчет әҫәр яҙырға тейеш була һәм Бизе «Дон Прокопио» операһын ижад итә. Ошо өс йылды иҫәпкә алмағанда, Бизе бөтә ғүмерен Парижда йәшәй.
 
Римдан һуң ул Парижға ҡайта, бында ул үҙен музыка яҙыуға бағышлай. 1863 йылда ул «Ынйы эҙләүселәр» операһын яҙа. Ошо осорҙа ул шулай уҡ "«Перт һылыуы"»н яҙа, Альфонс Дочери «Алла» пьесаһы һәм "«Балалар уйындары"» фортепиано өсөн әҫәренә музыка яҙа.
Шулай уҡ романтик операһы "Джамиле"ны һәм C-dur симфонияһын яҙа. Бизе үҙе был симфония тураһында бөтөнләй онотҡан була һәм консерватория библиотекаһында табылған симфонияны 1835 йылға тиклем бер кем дә иҫләмәй. Симфония, бер нисә йырын иҫкә алмағанда, Франц Шуберт музыкаһы менән үҙенең стилистик оҡшашлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
1874—1875 йылдарҙа композитор «Кармен» операһы өҫтөндә эшләй. Опера премьераһы 1875 йылдың 3 мартында «Опера-Комик» Париж театрында үтә һәм уңышһыҙлыҡҡа осрай. Премьеранан һуң Бизе эше уңышһыҙ икәненә инана. Өс айҙан һуң Бизе, «Кармен» операһы уның иң уңышлы эше булғанын һәм мәңгегә иң танылған һәм популяр классик әҫәрҙәрҙең исемлегенә инерен белмәй, йөрәк өйәнәгенән вафат була.
 
Вафатынан һуң уның эштәре, "«Кармен"»ды иҫәпкә алмағанда, киң танылыу алмай, яҙмалары таратылып бөтә йәки юғалған була, ә нәшер ителгәндәре йыш ҡына башҡа авторҙар тарафынан үҙгәртеләләр. Күп йылдар үткәс, композиторҙы бөтөнләй онотҡандан һуң, уның ижад емештәре йылдан -йыл йышыраҡ башҡарыла башлай һәм 20 быуатта Жорж Бизе исеме башҡа күренекле композиторҙар араһында үҙенең лайыҡлы урынын алды. Үҙенең 36 йыл ғумере дауамында ул үҙенең шәхсән музыкаль мәктәбен булдырырға өлгөрмәй һәм уның күҙгә күренгән уҡыусылары һәм артынан эйәреүселәре булмаған. Бизе ижадының сәскә атҡан осоронда ваҡытынан алда вафат булыуы донъя классик музыкаһы өсөн бик мөһим һәм һис кем менән алмаштыра алмаҫлыҡ юғалтыу.
 
1869 йылдың 3 июнендә Жорж Бизе Женевьев Галеви менән өйләнешәләр. Ҡатыны «оперетка» музыкаль жанрына нигеҙ һалыусы Людовик Галевиның ике туған һеңлеһе була. 1871 йылда Жорж һәм Женевьеваның, артабанғы тормошонда [[Пруст Марсель|Марсель Прустың]]тың яҡын дуҫы булған, улдары Жак тыуа.
 
== Ижады ==
95 юл:
* Симфониялар (№ 1, C-dur, Йәш үҫмерҙәр, 1855, партитураһы нәшер ителгән һәм башҡарылған 1935; № 2, 1859, Бизе үҙе юҡҡа сығарған),
* Рим (C-dur, 1871, иң башта — Рим тураһында хәтирәләр, 1866—1868, башҡарыла 1869)
* Увертюралар, шул иҫәптән Родина (Patrie, 1873, башҡарыла 1874)
* Сюиталар, шул иҫәптән Бәләкәй сюита (Petite suite, фортепиано дуэттарынан Балалар уйындары, 1871, башҡарыла 1872), Арлезианканан сюиталар (№ 1, 1872; № 2, Гиро төҙөнө, 1885)
 
=== Фортепиано әҫәрҙәре өсөн соло ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Жорж_Бизе» битенән алынған