Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
126 юл:
|doi =
|issn = 1683-3554
}}</ref>. ФевральдәФевралдә, Халиҡов Өфөнән ҡайтҡандан һуң, Башҡорт хөкүмәте уның эшмәкәрлеген хуплай һәм РСФСР-ҙың үҙәк органдары менән килешеү төҙөр өсөн һөйләшеүҙәр алып барырға ҡарар итә.
 
1919 йылдың 26 ғинуарында таратылған ''9-сы Башҡорт уҡсылар дивизияһы'' полктарынан ([[3-сө Башҡорт пехота полкы]]нан башҡа) [[Башҡорт корпусы]] ойошторола. Корпус составына [[1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы]] һәм [[2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы]] инә<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1876-bash-ort-korpusy|Башҡорт корпусы|автор=Рәхимов Р. Н.}}</ref>.
132 юл:
1919 йылдың 11 февралендә Өфөгә яңы башҡорт делегацияһы юллана. Башҡорт хөкүмәте рәйесе [[Ҡулаев Мөхәммәтхан Сәхипгәрәй улы|М. С. Ҡулаев]], ''М. Халиҡов'' һәм Башҡорт ғәскәре адъютанты ''Ә. Бикбауов'' 18—19 февралдә Өфө губревком рәйесе ''Б. Нимвицкий'', РКП(б)-ның Өфө губкомы рәйесе ''В. Седенков'', 5-се армияның Реввоенсоветынан ''И. Смирнов'', Республиканың (РСФСР) Реввоенсоветынан ''В. Смирнов'' һәм Милләттәр эштәре буйынса комиссариат вәкиле ''М. Солтанғәлиев''тар ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр үткәрә.
 
1919 йылдың 20—21 февралендә [[Орск өйәҙе]] [[Темәс]] ауылында [[Бөтә башҡорт хәрби съезы|1-се Бөтә башҡорт хәрби съезы]] үткәрелә. Съезда [[Башҡорт армияһы|Башҡорт ғәскәренәнғәскәре]]нән 92 делегат, Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзалары ҡатнаша. Бөтә башҡорт хәрби съезы Башҡорт ғәскәренең төп өлөшө совет хөкүмәте яғына сығыуын һәм ''РСФСР'' составында ''Башҡортостан Совет Автономиялы Республикаһы'' барлыҡҡа килеүен иғлан итеүҙе хуплай һәм [[Башҡортостан хәрби-революцион комитеты]]н ойоштора<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/2722-b-t-bash-ort-kh-rbi-s-ezy|Бөтә башҡорт хәрби съезы|автор=[[Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы|Ҡолшәрипов М. М.]]}}</ref>.
 
Башҡорт вәкилдәре һөйләшеүҙәрҙе Көнсығыш фронттың штабында, [[Сембер]] ҡалаһында дауам итә. 1919 йылдың 27 февралендә бында Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре менән Ҡыҙыл Армия командалығы араһында тәү килешеү (предварительный договор) төҙөлә. Артабан башҡорт вәкилдәре [[Мәскәү]] ҡалаһына юллана.
140 юл:
1919 йылдың апреленә ҡарата «Аҡтар» Башҡортостан территорияһын йәнә контролгә алалар, Башревком [[Саранск]] ҡалаһына эвакуациялана. Ҡыҙыл Армияла, РСФСР Реввоенсоветы рәйесе ''Л. Д. Троцкий''ҙың 1919 йылдың 5 апрелендәге 615-се бойороғо буйынса [[Бәләбәй]] ҡалаһында, [[Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы]] ойошторола, командиры итеп [[Әхмәров Хәсән Нурый улы|Х. Н. Әхмәров]] тәғәйенләнә. Уның составына 3-сө Башҡорт уҡсылар һәм 3-сө Башҡорт кавалерия полктары; Башҡорт айырым артиллерия дивизионы (3 батарея); запас батальон һәм бәйләнеш ротаһы; 1-се, 2-се һәм 3‑сө Башҡорт уҡсылар полктары; Башҡорт айырым артиллерия дивизионы; бригада мәктәбе һәм башҡалар ингән<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1795-bash-ort-ajyrym-u-sylar-brigada-y|Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы|автор=[[Насиров Рәүеф Хәй улы|Насиров Р. Х.]], [[Ярмуллин Азат Шакирйән улы|Ярмуллин А. Ш.]]}}</ref>. Реввоенсовет рәйесе Л. Д. Троцкийҙың 1919 йылдың 5 апрелендәге шул уҡ 615-се бойороғона ярашлы Саранск ҡалаһында [[Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы]] ойошторола, уның составына 1-се һәм 2-се Башҡорт кавалерия һәм 1-се һәм 2-се Башҡорт уҡсылар полктары инә<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1789-bash-ort-ajyrym-kavaleriya-diviziya-y|Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы|автор=[[Ярмуллин Азат Шакирйән улы|Ярмуллин А. Ш.]]}}</ref>.
 
Ҡыҙыл Армияла, 1919 йылдың июнендә Башҡортостанда элекке Башҡорт корпусының ''Ә. Б. Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы'' нигеҙендә [[Мортазин Муса Лот улы|М. Л. Мортазин]] тарафынан [[Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы]] ойошторола. Ул Ҡыҙыл армия частарының башҡорт һалдаттарына һәм тыныс халҡынахалҡын репрессияларынарепрессиялауға ҡаршы булып, Аҡтар хәрәкәтенә ҡушыла һәм ''Ырымбур армияһы'' составына инә. Августа [[Имаҡов Таһир Ғилман улы|Т. Ғ. Имаҡов]] булышлығында Ҡыҙыл Армия яғына күсә<ref name="Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы">{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1788-bash-ort-ajyrym-kavaleriya-brigada-y|Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы|autor=Плотников И. Ф., [[Ярмуллин Азат Шакирйән улы|Ярмуллин А. Ш.]]}}</ref>. [[Петроград]]та 1919 йылдың октябрендә [[Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө]] ойошторола, тәүҙә уның составына 3-сө Башҡорт кавалерия полкы, 3-сө Башҡорт уҡсылар полкының 3-сө батальоны, Башҡорт айырым артиллерия дивизионы, 3-сө Башҡорт уҡсылар полкының 2-се һәм 1-се батальондары, һуңыраҡ — Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы һәм Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы инә<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1811-bash-ort-sk-r-re-t-rk-m|Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө|автор=[[Насиров Рәүеф Хәй улы|Насиров Р. Х.]], [[Ярмуллин Азат Шакирйән улы|Ярмуллин А. Ш.]]}}</ref>. Башҡорт милли ҡораллы көстәренең частары [[Урал]], [[Ҡаҙағстан]], [[Украина]], [[Польша]], [[Петроград]] фронттарында һуғышҡандар.
 
1919—1920 йылдарҙа Башревком составына ингән милли хәрәкәт етәкселәре [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты|РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында]], Ырымбур, Өфө һәм Силәбе губерна хәрби-революцион комитеттарында һәм РКП(б) комитеттарында эшләгән ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан автономияһын юҡ итеү маҡсатында уның абруйын төшөрөү ынтылыштарына ҡаршы көрәшә.