Амур: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл:
Оҙонлоғо — 2824 км (Шилка һәм Аргунь йылғалары ҡушылыуынан алып). Төп ҡушылдыҡтары: Зея, Уссури, Бурея, Сунгари, Амгунь, Анюй, Тунгуска.
 
Иң мөһим ҡалары: [[Амурск]], Благовещенск[[Благовещен (ҡала, Амур өлкәһе)|Благовещен]], [[Хабаровск]], [[Амурҙағы Комсомольск]], [[Амурҙағы Николаевск]] (Рәсәй), [[Хэйхэ]] (Ҡытай).
 
== Гидроним ==
116 юл:
XX быуаттың уртаһынан Амур йылғаһының яңы йырҙаға тәбиғи күсеүе башлана. Ә XXI быуат башынан был күсеш Ҡытай яғының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡырҡа көсәйә. Ғалимдарҙың фекеренсә, йырҙаның үҙгәреүе ҡайһы бер рәсәй ҡасабаларының йыуылыуына, Амур аша һалынған автомобиль һәм тимер юл күперҙәренең емерелеүенә килтерәсәк.
 
Белгестәр ысын мәғәнәһендә гидротехник һуғыш тураһында иҫкәртәләр. Һуңғы 10-15 йыл эсендә Ҡытай яғынан Амур ярҙарын нығытыу бара. Киң ҡолас менән километрҙарға һуҙылған бетон нығытмалар йырҙаны төньяҡҡараҡ, рәсәйҙең уйһыу һәм еңел йыуыла торған һул яҡ ярына «этеп» сығарасаҡ.
Хабаровск эргәһендә Амур ҙур тиҙлектә һайыға, шул уҡ ваҡытта ҡаршы яр яғынан ағып сыҡҡан Бешеная һәм Пензенская тигән һыу юлдары йылдан йыл киңәйә һәм тәрәнәйә бара. Гидрологтарҙың иҫәбе буйынса, уларҙың ағымы йылына 3% артығыраҡҡа арта.2005 йылдың ҡышынан уҡ Пензенская Амурҙың ағымынан 51% үҙенә алып, төп йырҙаға әүерелгән дә инде. Әлеге ваҡытта Владимировка ҡасабаһы ([[Йәһүд автономиялы өлкәһе]]) янында Пензенская аша һыуҙы кире ауҙарыу өсөн ҙурҙан гидротехник ҡоролма — быуа төҙөлә. Плотина аҫтына 80 мең кубометрҙан ашыу таш һалыу ҡаралған. Был саралар Бешеная һыу юлы ҡулсаһына һыу ағымын көсәйтмәһен өсөн унда ла саралар ҡаралған. Шулай уҡ, проектировщиктар Амурҙағы гидротехник ҡоролмалары йыуылып ҡуймаһын өсөн, уның ҡомлоҡай һул яҡ ярын нығытырға тәҡдим итәләр. 2005 йылдан Амурҙың һайығыуы кәмей төшкән.
123 юл:
 
== Экология ==
 
Йыл һайын тиерлек фенол, нитрат һәм микробиологик күрһәткестәренең норманан (мөмкин булған миҡдарҙан) артыуы күҙәтелә. 2005 йылдың 14 ноябрендә Ҡытайҙағы химик заводтарының береһендәге авария булып, Сунгари йылғаһына күпләп ағыулы матдәләр һибелә. Нитробензол, нитробензин һәм башҡа химикаттар Амур йылғаһына ағып төшә. Хабаровскиҙағы һыуйыйғысты ағыулы һыу эләгеүҙән һаҡлау һылтауы менән ҡытайҙар Казакевичев йылғаһы башында нығытма
(дамба) төҙөйҙәр. Шуның һөҙөмтәһендә ағыулы һыу Рәсәй ярҙарына йүнәлә.
Юл 130 ⟶ 129:
 
== Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында һәм Ҡытайҙа 2013 йылдағы һыу баҫыуҙар ==
Оҙайлы ҡойма ямғырҙарҙан 2013 йылдың авгусында Амур йылғаһы ярҙарынан сыға. [[Амур өлкәһе]]ндәге, [[Йәһүд автономиялы өлкәһе]]ндәге, [[Хабаровск крайы]]ндағы тиҫтәләгән ҡала һәм ауылдарҙы, Хабаровскиҙы, БлаговещенсктыБлаговещенты һыу баҫа. Көтөүлектәр, бесәнлектәр, баҫыуҙар һыу аҫтында ҡалып, малдар аҙыҡһыҙ ҡала, ауыл хужалығы культуралары юҡҡа сыға. Августың 26-дағы мәғлүмәттәр буйынса 185 торама пункттары, 9,5 меңдән ашыу өй, 13,8 мең тирәһе шәхси биләмәләр, 3,8 мең баҡса йорттары, 374 социаль объект зыян күрә. 661 км һуҙымында автомобиль юлдары һәм 566, 8 мең гектар сәсеүлектәр һыуҙан йыуыла. Транспорт туҡтап ҡала.13 августа Хабаровск янында һыу кимәле 642 см-ҙан ашып, 1913 йылғы рекордты үтеп китә. 27 августа (мәскәү ваҡыты менән 5-00, урындағы ваҡыт буйынса 12-00) ул күрһәткес 736 см-ға, 4 сентябрҙа 808 см-ға етә. 5 сентябрҙән генә һыу ҡайта башлай. Ә Амурҙағы Комсомольск эргәһендә 12 сентябрҙа һыу кимәле 910 см-ға барып етә. 23 сентябрҙан ғына ташҡындың һырты Татар боғаҙына сығып, бар тарафта ла һыу кәмеүгә китә.
 
== Ихтиофауна ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Амур» битенән алынған