Ризаитдин Фәхретдинов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: == Тормош юлы == → == Биографияһы == using AWB
147 юл:
1908 йылдың ғинуарында «Шура» журналының мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 1918 йылға тиклем башҡара<ref name="Башкортостан: краткая энциклопедия"/>. 1911 йылдың февралендә Ризаитдин Фәхретдиновтың йортонда жандармдар тикшереү үткәрә, уның гәзит-журнал төпләмәләрен, ҡулъяҙмаларын, архивын конфискациялайҙар. Күп әһәмиәтле ҡулъяҙмалары Фәхретдиновҡа кире ҡайтарылмай.
 
1908 йылда «Мәшһүр әҙәмдәр» серияһынан «Мәшһүр ирҙәр» китабы Ырымбурҙа баҫыла. Был серияла арҙаҡлы кешеләр хаҡында биографик хеҙмәттәрен яҙып, төрлө йылдарҙа түбәндәге китаптарын сығара: «Ибне Рөшд» (1905, [[Ибн Рөшд]] тураһында), «Мөхәммәт» (1908), «Әбүәл-Ғәла Әхмәд бин әл-Мәғәрри» (1908), «Ибне Ғәрәбшаһ» (1909), «Имам Ғазали» (1910), «Әхмәд бай» (1910), «Ибне Ғәрәби» (1911), «Ибне Тәймиә» (1911, [[Ибн Тәймиә]] тураһында), «Әхмәт Мидхәт әфәнде» (1913) һәм башҡалар<ref name="Ризаитдин бин Фәхретдин. Тарихи-биографик китап"/>.
 
1908 йылда [[Орск]] ҡалаһына, [[Яйыҡ]] буйы йәйләүҙәренә сәйәхәт ҡыла, әҙәби кисәләрҙә ҡатнаша. 1909 йылда — Санкт-Петербургта, 1911 йылда [[Силәбе]], Троицк, [[Екатеринбург]], [[Пермь]] ҡалаларында була. 1914 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй мосолмандарының съезында ҡатнаша һәм унда сығыш яһай.