Зәғифлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
'''Зәғиф''' — йәмғиәттә физик, аҡыл, йәки сенсор йәки психик тайпылыштары булыуы арҡаһында шәхси мөмкинселектәре сикләнгән кеше<ref name="s1" />.
 
 
[[Рәсәй Федерацияһы]]<nowiki/>нда «инвалид» статусын билдәләү медик-социаль экспертиза учреждениеларында башҡарыла һәм бер үк ваҡытта медик һәм юридик процедураны тәшкил итә. Инвалидлыҡ төркөмөн билдәләү юридик һәм социаль мәғәнәгә эйә, сөнки йәмғиәт менән айырым мөнәсәбәттәрҙе билдәләй: инвалидтың льготалары булыуы, инвалидлыҡ буйынса пенсия түләү, эш буйынса сикләүҙәр һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ. Ҡайһы бер белгестәр инвалидтарҙы социаль тигеҙһеҙлек формаларының береһе булараҡ ҡарай<ref name="s1" />.
 
 
=== 1-се төркөм инвалидлыҡты билдәләү ===
Юл 41 ⟶ 38:
Төрлө кимәлдәге дауаханалар (республика, край, үҙәк, район, шул иҫәптән балалар өсөн); һәм махсуслаштырылған дауаханалар, бүлексәләр (неврологик, психиатрия, туберкулез һ. б.); консультатив-диагностик үҙәктәр тикшереүҙән һәм дауалауҙан һуң балаға инвалидлыҡ билдәләүҙе тәҡдим итә ала.
 
Тәҡдимдәр "Баланың үҫеш тарихы"нда (№ 112/у формаһы) һәм "Амбулатор, стационар ауырыуҙың медицина картаһы"нда теркәлә. Был тәҡдимдәр балаға инвалидлыҡ биргәндә иҫәпкә алына. Медицина картаһы даими йәшәү урыны буйынса балалар дауалау учреждениеларына ебәрелә. Дауалау учреждениеларың табип-консультация комиссияһы табип-белгестәре, баланың даими йәшәү урыны буйынса медицина-социаль һығымта төҙөй. Медик-социаль һығымта баланың һаулыҡ торошо боҙолоуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм шул һөҙөмтәлә уның йәшәү эшмәкәрлегендә барлыҡҡа килгән сикләүҙәр булған осраҡта төҙөлә.
 
Медицина-социаль һығымтаға инвалид бала өсөн тәҡдимдәр индерелә:
Юл 52 ⟶ 49:
 
Инвалид балаға тейешле льготалар:
* 1 октябрҙән 15 майға тиклем осорҙа тимер юл, һауа транспорттарында,ҡала-ара автобус маршруттарында 50 % ташламалар;
* инвалид балалар, уларҙың ата-әсәһе, опекуны, попечителе һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ҡала транспортының бөтә төрҙәрендә (таксиҙан башҡа) бушлай йөрөү хоҡуғы менән файҙалана;
* инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе кешеләргә дауалау (тикшереү) урынына ҡала-ара, ҡала яны, регион эсендәге автобус маршруттарында бушлай йөрөү хоҡуғы бирелә;
* инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөгән кешеләр дауалана торған ергә бушлай барыу һәм ҡайтыу хоҡуғына эйә;
* социаль хеҙмәтләндереү стационар учреждениеларында йәшәүсе, ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм булған йәки етем ҡалған 18 йәшкә етеүсе инвалид-балалар торлаҡ менән сираттан тыш тәьмин ителә;
* инвалид-балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә, фатир өсөн түләүҙәрҙә 50 %-тан кәм булмаған (дөйөм торлаҡ фонды) ташлама яһала.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Зәғифлек» битенән алынған