Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
43 юл:
 
== Мәҡәлә яҙыу сәбәбе буйынса тәҡдим ==
 
* Үҙе уҡыған мәктәпкә, яҡын-тирә ауылдарҙан комбинатҡа эшкә барған халыҡҡа күрһәткән игелеге өсөн рәхмәт йөҙөнән яҙылды был мәҡәлә. Шундай уҙамандарыбыҙ күберәк булһын, булғандарының ҡәҙерен беләйек.--[[Ҡатнашыусы:Шәһәрбаныу|Шәһәрбаныу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Шәһәрбаныу|әңгәмә]]) 13:54, 3 ноябрь 2017 (UTC) - Һеҙҙең был фекерегеҙ Наил Ҡотлогилдин тураһындағы мәҡәләгә туранан-тура бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Википедиялағы бөтә мәҡәләләр ҙә нәҡ шундай шәхестәргә арналған булырға тейеш. Шәхси фекерҙәрегеҙҙе, мәҡәлә яҙыу сәбәптәрен башҡаларға еткереү өсөн башҡа урындар бар. --[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Айсар|әңгәмә]]) 14:07, 3 ноябрь 2017 (UTC)
*: Миңә ҡалһа, ундай фекерҙәр нәҡ мәҡәләнең фекер алышыу битенә яҙылыуы дөрөҫтөр ул. Тағы ҡайҙа мәҡәләгә ҡарата фекер яҙмаҡ кәрәк? --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 14:55, 3 ноябрь 2017 (UTC)
*:: Алда килтерелгән фекерҙәр бер ҙә мәҡәлә хаҡында түгел (мәҫәлән, мәҡәлә тулы яҙылған, дөрөҫ төҙөлгән һәм биҙәлгән, ниҙер етмәй, төҙәтергә кәрәк һымағыраҡ), ә бары тик мәҡәлә яҙыусының шәхескә баһаһын һәм уның башҡа уй-хистәрен сағылдыра. «Тәьҫирләнмәйенсә һәм объектив рәүештә яҙығыҙ» тигәнде лә онотмайыҡсы.--[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Айсар|әңгәмә]]) 16:03, 3 ноябрь 2017 (UTC)
*::: «Тәьҫирләнмәйенсә һәм объектив рәүештә яҙығыҙ» - мәҡәлә эстәлегенә ҡағыла тип уйлайым, ә фекер алышыу битендә яҙылған тәьҫорттарға ҡарата түгелдер. Тик мәҡәләгә ҡарата ғына фекерҙе яҙырға мөмкин булһа, шәхескә ҡаратаһын ҡайҙа яҙырға тәҡдим итәһең? --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 16:14, 3 ноябрь 2017 (UTC)
* Әгәр шулай булһа,ҡайһы берәүҙәр айҙар буйы беҙҙең халыҡ өсөн бер файҙаһы булмаған мәҡәләләр менән булашып ултырмаҫ ине. Борсолмағыҙ, бына һеҙ уҡынығыҙ, кемдер тағы белде. Мин был яҙыуҙы барыбер һуңыраҡ юйып ҡуйыр инем. Әле юймайым.Тағы берәйһе уҡыһын.--[[Ҡатнашыусы:Шәһәрбаныу|Шәһәрбаныу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Шәһәрбаныу|әңгәмә]]) 14:32, 3 ноябрь 2017 (UTC)
*: Ә һеҙ ҡайһы мәҡәлә беҙҙең халыҡҡа файҙалы, ә ҡайһыһы файҙаһыҙ икәнен беләһегеҙ? Ниндәй бизмәндә үлсәнә ул файҙа? Викиирекмәнлектең төп тәғлимттәренең береһе булған "һәр кем изге ниәт менән эшләй" фекерен иҫегеҙгә төшөрәм. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 14:55, 3 ноябрь 2017 (UTC)
*::Ваҡыттары булғас ултыралар инде. Тик шул уҡ ваҡытта, башҡортса физика, химия, биология кеүек фәндәрҙе уҡып та, шул темалар ҡып-ҡыҙыл торғанда, төн йоҡоңдо йоҡламай юҡ-бар тексты тәржемәләп ултырыу ғәмәлгә һыйған эш түгел. Һәр беребеҙ үҙе әҙ генә булһа ла белгән күренекле кешеләр тураһында яҙһа, кемдер ул мәҡәләне тулыландырып та ебәрһә, нисек шәп булыр ине.Мине әллә ни тип әрләһәгеҙ ҙә була, йәшәүен йәшәгәнмен, иләүестән иләнгәнмен, һелкеүестә һелкенгәнмен һ.б.--[[Ҡатнашыусы:Шәһәрбаныу|Шәһәрбаныу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Шәһәрбаныу|әңгәмә]]) 01:59, 4 ноябрь 2017 (UTC)
*::: Википедия проекттары - ирекле ирекмәндәр проекттары. Һәр ирекмән үҙе теләгән йүнәлеште, үҙенә ҡыҙыҡлы теманы һайлай, булған мөмкинлегенән сығып һәм ваҡытына ҡарап эш итә. Ҡыҙыл төймәләр күп, әлбиттә. Тимәк, уларға сират етмәгән, ҡыҙыҡһыныусы мөхәррире табылмаған. Шул уҡ ваҡытта улар ҡыҙыл булғанына кемделер ғәйепләү ҙә дөрөҫ түгел. Был Вики тәғлимәттәренә тап килмәй. Вики ирекмән иң тәүҙә үҙе башлап юл яра һәм башҡаларҙы әйҙәй. Һеҙҙең йүнәлешегеҙ, ҡыҙыҡһынған темаларығыҙ һис шикһеҙ мөһим. Башҡаларға ла үҙ темалары бик тә мөһим тип ҡабул итегеҙ, зинһар. Фекер алашыу биттәрендә әйтелгәндәрҙе әрләү итеп ҡабул итеүегеҙ ҙә тәғлимәттәргә һыйып бөтмәй. Тәғлимәттәр: Ирекмәндәр аралашыуы, әйтелгән тәҡдимдәре изге ниәттән сығып эшләнә, Һеҙ шулай итеп ҡабул итегеҙ, үҙегеҙ ҙә шулай булығыҙ, - тип өндәй. Һеҙгә мөрәжәғәт иткән ҡатнашыусының дә эшмәкәрлек йүнәлештәре мөһим: яңы яҙыша башлаған ирекмәндәргә итәғәт ярҙам итә, мәҡәләләрен еренә еткерешә, уларҙың күренешен яҡшырта. Шулай уҡ үҙ аллы «Юбилярға Википедия бүлеге» рубрикаһын алып бара. Яңы мәҡәләләр ҙә яҙырға өлгөрә. Тағы бер әйтәм : Википедияла тик изге ниәттә эшләнелә һәм изге ниәт менән аралашалар. Һеҙгә лә шулай теләйем. Уңыштар. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 04:07, 4 ноябрь 2017 (UTC)
*:::: Мин тәбиғәт фәндәре буйынса кәрәкле аңлатма, терминдарҙың башҡортсаһын бөтөнләй белмәйем. Ҡулыма башҡортса физика, йә химия китабы төшһә,шул йүнәлештә әҙерәк яҙышып алыр инем. Ләкин шул эште башҡарырлыҡ белеме булып та, эшләмәгәндәре ҡыҙғаныс. Кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт.--[[Ҡатнашыусы:Шәһәрбаныу|Шәһәрбаныу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Шәһәрбаныу|әңгәмә]]) 05:28, 4 ноябрь 2017 (UTC)
*::::: Аңлауың өсөн рәхмәт. Белгәндәрҙе әйҙәргә, саҡырырға, өгөтләргә генә ҡала. Матур итеп. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 06:11, 4 ноябрь 2017 (UTC)
== Кәңәш ==
[[Ҡатнашыусы:Шәһәрбаныу]] апай. Башҡорт Википедияһына индергән өлөшөгөҙ ҙур һәм рәхмәткә лайыҡ. Шул уҡ ваҡытта тәжрибәле ирекмәндәр әйткәнгә иғтибар итергә, мәҡәлә яҙғанда иҫкә алырға кәңәш итәм. Ҡалып карточканы күсермәгеҙ, уның урынына <nowiki>{{Ук}}</nowiki> ҡалыбын ҡуйығыҙ тип кәңәш иткәйнем. Тағы бер кәңәш. Мәҡәлә мөхәррирәләгәндә бер һүҙ үҙгәрткәндән/төҙәткәндән һуң "яҙҙырып ҡуйырға" ҡуйырға ашыҡмағыҙ, төҙөтеүҙәрегеҙҙе күберәк эшләгеҙ, һәм һирәгерәк яҙҙырып ҡуйығыҙ. Википедияла мәҡәләнең һәр версияһы һаҡлана һәм йыш "яҙҙырып ҡуйған" осраҡтарҙа серверҙарға көс төшә. Уңыштар. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 02:18, 3 декабрь 2017 (UTC)