Рәшит Ниғмәти: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎top: clean up, replaced: Вафат булыу урыны → Вафат булған урыны using AWB
25 юл:
'''Рәшит Ниғмәти''' (тулы исеме '''Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин''', [[27 ғинуар]] [[1909]] — [[13 октябрь]] [[1959]]) — башҡорт шағиры, тәржемәсе, драматург. Башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
 
== Биографияһы ==
== Тормошо һәм ижады ==
Рәшит Ниғмәти 1909 йылдың 27 ғинуарында хәҙерге [[Һамар өлкәһе]] [[Оло Чернигов районы]]ның [[Диңгеҙбай]] ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1916—1918 йылдарҙа мәҙрәсәлә белем ала. Йәшләй етем ҡала: [[1918]] йылда әсәһе, [[1921]] йылда атаһы үлә. Етем ҡалғас, [[Һамар]], [[Украина]] балалар йорттарында тәрбиәләнә. [[1924]] йылда [[Өфө]]гә килә һәм Ленин исемендәге мәктәпкә урынлаша. [[1930]] йылда Өфө рабфагын тамамлай. 1931 йылдан [[Туймазы районы]]ның «Ленин юлы» гәзитендә эш башлай. 1933—1936 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәттә була, шунан ҡабат Туймазы районына эшкә ҡайта.