Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Биографияһы: clean up, replaced: == Тормош юлы == → == Биографияһы == using AWB
32 юл:
1917 йылдың декабрендә III Дөйөм [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы|Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында]] ҡатнаша. Йыйын мәлендә ҡоролтай рәйесе [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Зәки Вәлидиҙең]] ярҙамсыһы була. Атаһы Ризаитдин Фәхретдинов менән бергә [[Башҡортостан автономияһы]]ның юғары закондар сығарыу органы — [[Кесе ҡоролтай]] (предпарламент) составына һайлана.
[[Башҡорт хөкүмәте]] ҡулға алынғандан һуң, 1918 йылдың мартынан, Ғабдрахман Фәхретдинов [[Ырымбур]] губкомы янындағы Мосолман эштәре буйынса комиссариатта эшләй. Бында ул матбуғат эштәре буйынса бүлекте етәкләй. 1918 йылдың июлендә, Ырымбур [[Дутов Александр Ильич |Дутовтың]] ҡулына күскәс, Стәрлетамаҡҡа ҡаса.
 
1918 йылдың авгусында Башҡорт хөкүмәте Ырымбурға ҡайтҡас, хөкүмәттең мәғлүмәт бүлеге мөдире итеп эшкә алына. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге сығарған «[[Башҡорт тауышы]]» гәзите менән Силәбелә баҫылған «[[Башҡорт (гәзит)|Башҡорт]]» гәзите урынына берләштерелгән «Башҡортостан хөкүмәтенең хәбәрҙәре» ({{ref-ru}} «Вестник Правительства Башкирии») гәзите сығарыла башлай. Хөкүмәт баҫмаһын сығарыу эше Ғабдрахман Фәхретдиновҡа йөкмәтелә. Гәзиттә Башҡорт хөкүмәтенең фармандары, төрлө мәҡәләләр баҫыла.