Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Кәңәш: яңы мәғлүмәт
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
58 юл:
* Һаумыһығыҙ, бөгөн эштәремде ситкә ҡуйып, башҡаларҙың эштәрен дә ҡараштырып сығырға булдым. Ни тип әйтергә, аптырап киттем. Ҡайһы берәүҙәр башҡортса бөтөнләй аңламай икән, хатта белмәй тиһәң дә була. Ундай "телдә" яҙыуҙың файҙаһы ни саҡлы икән?--[[Ҡатнашыусы:Шәһәрбаныу|Шәһәрбаныу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Шәһәрбаныу|әңгәмә]]) 09:17, 11 декабрь 2017 (UTC)
Фекерҙәрегеҙ бик тә урынлы,[[Ҡатнашыусы:Шәһәрбаныу]], һәм дә нигеҙле! Википедия мәҡәләләре — дөйөм хеҙмәт емеше, шунлыҡтан табылған хаталарҙы төҙәтергә, "насар телде" матурларға кәрәк. Телде яҡшы белеп-тойомлаусылар алдында торған бурыстарҙың береһе нәҡ шунда. "Файҙа"ға килгәндә, бөгөн Башҡортса Википедиялағы мәҡәләләр һанының артыуы — үҙе генә лә ҙур файҙа. Яҡын киләсәктә уларҙың сифаты алғы планға сығырға тейеш. Булған хаталарҙы төҙәтеү менән бергә, мәҡәлә авторҙарына конкрет кәңәштәр еткерһәгеҙ, — бигерәк тә шәп булыр ине. Уңыштар! --[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Айсар|әңгәмә]]) 10:54, 11 декабрь 2017 (UTC)
* Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Һораған кешегә генә кәңәш бирергә кәрәк, улай ҙа һәр осраҡта түгел,тигән аҡыл һуңғы йылдарҙа ғына минең башҡа килде. Унан тыш ҡайһы берәүҙәр ауыл хәбәрҙәре менән мауыға икән. Мин яңы кеше,аңлап та бөтмәйемдер, ләкин ундай кимәлгә төшөрөү яраған эшме икән?--[[Ҡатнашыусы:Шәһәрбаныу|Шәһәрбаныу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Шәһәрбаныу|әңгәмә]]) 12:43, 11 декабрь 2017 (UTC)