Баштау (һырт): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
26 юл:
 
== Рельефы ==
Тауҙар теҙеме араһындағы биләндә [[Кесе Әүжән]] һәм [[КөхтөрҠотҡор]] й ([[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] й. ҡушылдыҡтары) башлана. Үҙәк өлөшө иң бейеге, уның күсәр өлөшө көнбайышҡа күскән, ҡаялы Оло Шатаҡ һәм Ҡапҡаташ (1099 м) түбәләре айырылып тора. Битләүҙәре асимметриялы: текә көнбайыш битләүҙәренең итәктәре һөҙәк, һөҙәк көнсығыш битләүҙәренеке — текә. Таш өйкөмдәре осрай; түбәләр араһындағы биләндә [[Көхтөр]] йылғаһы ҡушылдыҡтары башлана. Төньяҡ өлөшө тәпәш, бейеклеге яҡынса 900 м еткән киң арҡа рәүешендә, көнсығыш битләүҙәрҙә урыны менән асыҡ ҡаялы ерҙәр осрай. Урта рифейҙың машаҡ свитаһының кварцитлы ҡомташтары, конгломераттары, аргиллиттары, һелте һәм әсе составлы эффузивтарынан тора. Б. ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 500 м тиклем бейеклектәге битләүҙәр аҡһыл һоро урман тупрағындағы ҡарағай ҡатыш икенсел ҡайын‑уҫаҡ урмандары, 500 м алып 900 м тиклем — ҡарағас ҡатыш ҡайын‑ҡарағай урмандары, 900 м юғары — 600 йәшлек ағастарҙан торған парк рәүешендәге ҡарағас урмандары менән ҡапланған.
 
== Составы ==