Әнүәр Ходжа: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
updated logo
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
68 юл:
Албания хеҙмәт партияһы Үҙәк комитетының Беренсе секретары (1941—1985), илдең Министрҙар Советы Рәйесе (1946—1954), Сит ил эштәре (1946—1953) һәм Оборона министры (1944—1953), бер үк ваҡытта Албания Ҡораллы Көстәренең Баш главнокомандующийы вазифаларын биләй (1944—1985)<ref>[http://slovari.yandex.ru/%D0%A5%D0%BE%D0%B4%D0%B6%D0%B0/%D0%91%D0%A1%D0%AD/%D0%A5%D0%BE%D0%B4%D0%B6%D0%B0%20%D0%AD%D0%BD%D0%B2%D0%B5%D1%80/ Ходжа Энвер]. БСЭ. — 1969—1978</ref>.
 
Әнүәр Ходжаның ҡырҡ йылдан артыҡ хакимлек итеү осоронда ил иҡтисадын, мәғарифын һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүҙә уңыштарҡа өлгәшелә. Эҙмә-эҙлекле [[Сталин|сталинсы]] булараҡ, ул эске сәйәсәттә ҡаты методтар ҡуллана: сәйәси оппозиция баҫтырыла һәм етәкселек итеүсе партия ағзалары араһындағы лояллегенә шик тыуғандар юҡ ителә. Йәшерен сәйәси полиция ''Сигурими''  — Дәүләт именлеге директораты эшләй.
 
== Власҡа килгәнсе тормош юлы ==
[[Файл:Hodza house.jpg|мини|слева|Гирокастрала Ә. Ходжаның бала сағы үткән йорт (хәҙер музей)]]
Ходжа 1908 йылдың 16 октябрендә ул ваҡытта Ғосман империяһы составына ингән [[Албания]]ның көньяғында урынлашҡан ''Гирокастра'' тигән ҙур булмаған (халҡы 2004 йылда 22,8 мең кеше) ҡалала тыуған.
 
[[1926 йыл]]да башланғыс мәктәпте, [[1930 йыл]]дың йәйендә ''Корча ҡалаһындағы'' лицейҙы тамамлай. [[Музыка]] менән мауыға, [[шиғриәт|шиғырҙар]] яҙа, диспуттар һәм [[әҙәбиәт|әҙәби]] кисәләр ойоштора. 25 йәшенә [[Француз теле|француз]] һәм [[төрөк теле|төрөк телдәрен]] үҙләштереп өлгөргән Әнүәр матбуғатта баҫыла һәм [[Карл Маркс|Маркс]], [[Фридрих Энгельс|Энгельс]] һәм [[Ленин Владимир Ильич|Ленин]] хеҙмәттәре менән таныша башлай.
 
[[1930 йыл]]дың октябрендә Ходжа [[Франция]]ның көньяғында урынлашҡан Монпельетҡалаһы университетының тәбиғи фәндәр факультетына уҡырға инә, дәүләт стипендияһы ала, әммә тиҙҙән вуздан ҡыуып сығарыла. Партия тарихнәмәһе буйынса  — [[социализм|социалистик]] идеяларға бирелгәнлеге өсөн. [[1934]]—[[1936 йыл]]дарҙа Албанияның [[Брюссель|Брюсселдәге]] консуллығында секретарь булып эшләй, урындағы университетта хоҡуҡ фәне өйрәнә һәм студенттарҙың албан революционеры ''Лазар Фундо'' етәкләгән түңәрәгенә йөрөй.
 
[[Файл:Enver Hoxha aged 18 1927.jpg|мини|слева|Энвер Ходжа 18 йәшендә]]
 
Ходжа Франция [[коммунизм|коммунистар партияһының]] албан секцияһы һәм коммунистик хәрәкәттең ''Марсель Кашен, Морис Торез, Анри Барбюс'' һәм ''Луи Арагон'' кеүек күренекле эшмәкәрҙәре менән таныша. Франция коммунистарының [[гәзит]]е «Юманите» менән хеҙмәттәшлек итә, [[Албания|албан телетеленд]]ндәгеәге коммунистик бюллетенде мөхәррирләй. Ул [[Сталин Иосиф Виссарионович|Сталин]] һәм ВКП(б) эшмәкәрлеге менән һоҡлана, Албанияға нәҡ шундай партия кәрәк тип һанай. Әнүәр Сталиндың мөһим телмәрҙәрен, большевиктар партияһы ҡарарҙарын, ''Коминтерн'' лидерҙары сығыштарын албансаға тәржемә итә. Франция коммунистар партияһы ағзаһы булған Әнүәр Ходжа 1935—1936 йылдарҙа [[Бельгия]]ла була һәм унда Бельгия коммунистар партияһы сафына инә, уның матбуғатында баҫыла.
 
Үҙенең мәҡәләләрендә ''троцкистарҙы'', ''бухаринсыларҙы'' һәм ''«албан монархо-фашистарын» (Зогу режимы)'' тәнҡитләй. Коминтерндың [[Греция|грек]] һәм [[Италия|итальян]] секциялары Ходжаға Албаниялағы үҙ коммунистик партияһын ойошторорға ынтылған коммунистик подполье менән бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итә.
 
1936 йылдың яҙында Әнүәр Албанияға ҡайта һәм Корчала [[француз теле]] уҡыта башлай. Уны урындағы һәм Тираналағы коммунистик төркөмдәрҙең етәксе составына һайлайҙар, ә үҙенең тыуған ҡалаһы Гирокастрала шундай төркөм башында тора.
 
[[1938 йыл]]да Корча коммунистары башлығы А. Кельменди [[Париж]] дауаханаһында [[үпкәләр|үпкә]] [[сир]]енән вафат була. Коминтерндың грек һәм француз секциялары яҡлауы һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре Георгий Димитровтың шәхсән булышлығы менән ошо төркөмдө етәкләй.
 
== Әҫәрҙәре ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Әнүәр_Ходжа» битенән алынған