Заһиҙуллин Тархан Сәғит улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
20 юл:
1947- 1948 уҡыу йылында Әлкә мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа уҡыта. 1948 йылдан башлап мәктәптә география, биология, математика , рәсем , черчение ( һыҙма), физика, химия дәрестәрен уҡыта. Һәр дәрес уҡытыусынан даими рәүештә үҙ өҫтөндә эшләүҙе талап итә,быны Тархан Сәғит улы бик яҡшы аңлай .
 
1949 йылда Өфөләге Тимирязев исемендәге педагогия институтына ( хәҙерге [[Башҡорт дәүләт университеты]]) химия, биология, география факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм 1952 йылда тамамлай.
 
1966 йылда, белемен үҫтереү маҡсатында, Силәбе педагогия институтының география факультетында уҡырға инә һәм уны яҡшы билдәләргә генә тамамлай.
62 юл:
Тархан Сәғит улы яҡшы фотограф та булған. Ауылдағы берҙән-бер фотоаппаратҡа ауылдаштарын фотоға төшөрөп, эшләп тә биргән. .
 
Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин 1965 йылдың ноябрендә Әлкә урта мәктәбендә республикала беренсе тапҡыр Салауат Юлаев музейын ойошторған, 48 йыл ғүмерен Салауат батырҙың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүгә арнаған, Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, беренсе булып , республикала Салауат Юлаев орденын булырырға, Өфөнөң Октябрь проспектына Салауат Юлаев исемен бирергә, Салауат районы гәзитен башҡорт телендә [[“Йүрүҙән”]] тип сығарырға кәрәк тигән тәҡдимдәр менән сығыш яһаған.
 
1991 йыл 15 июндә район үҙәге Малаяҙҙа асылған Салауат Юлаев дәүләт музейы нигеҙен Тархан Сәғит улы Әлкә мәктәбендә ойошторған музей экспонаттары тәшкил итә.