Заһиҙуллин Тархан Сәғит улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
28 юл:
Химия фәнен уҡытҡанда төрлө тәжрибәләр эшләп, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп алып барған.
 
Башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы ваҡытлыса киткәс, әҙәбиәт дәрестәрен дә уҡытып ала. Был осорҙа [[Рәми Ғарипов]] менән осрашып тора , уның “Туған тел “ шиғырын беренселәрҙән булып уҡыусыларына уҡып ишеттерә, ятлата. Рәми Ғарипов менән улар бик дуҫ булғандар, бере-береһенә барышып йөрөгәндәр, аралашып торғандар.Уларҙың бергә төшкән фотоһы быға асыҡ дәлил. Тархан Сәғит улы Рәми Ғарипов туған тел өсөн көрәш ваҡыында ғәҙелһеҙ эштән бушатылып, тыуған яғында ҡыуышта ятҡан тауға арнап “Ҡаратау" картинаһын ижад иткән.
 
Тархан Сәғит улы мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү эшен йәйелдереп ебәрә. Балаларҙы Салауат Юлаевтың тормош юлы һәм ижады менән таныштыра, һәр шиғырын үҙе яттан белә, батырҙың атаһы Юлай Аҙналин һәм Емельян Пугачев үткән һуғыш юлдарынан үтәләр. Һәр атаманың килеп сығышы менән танышалар, альбом төҙөйҙәр. Тирә яҡтағы мәмерйәләр, шишмәләр, йылғалар, тауҙар араһында экскурсияларға йөрөйҙәр. Тәбиғәте менән тынғыһыҙ кеше Тархан Заһиҙуллин балаларға ла тынысланырға ирек бирмәй. Бай рухи мираҫты бала аңына еткереү, күңел һандығына юйылмаҫлыҡ итеп һалыу өсөн тырыша. Балаларҙы дәртләндереп ,үҙ артынан эйәртә белеүсе энтузиаст ,балалар дуҫ, татыу, әүҙем булһындар өсөн ваҡытын, көсөн йәлләмәй. Тархан Сәғит улы һәр ваҡыт балалар янында була, һәр нәмәне аңлата,өйрәтә. Һәр йыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙа ҡатнаша.
44 юл:
Ике генә йылға араһы.
 
Ошо халыҡ йыры менән башлар була Тархан Заһиҙуллин Салауат Юлаевҡа арналған сығыштарын.Үҙенең Салауат Юлаевҡа арналған телмәрен архивтарҙа эҙләнеүҙәре, бөйөк рус тикшеренеүселәре Рычков, Нефедов , Паллас, КрашенениковКрашенинников , [[Руденко]] яҙмалары менән раҫлар була.Ул үҙ фекерҙәрен газета һәм журналдар аша республика халҡына еткереп тора.
 
Халыҡ Тархан Сәғит улын Салауат Юлаев тип янып йөрөгән кешеләрҙең береһе ине тип хәтерләй. Иң беренселәрҙән булып уның тураһында материалдар туплап, музей ойоштороп йөрөүсе лә , Салауат Юлаев менән бәйле урындарға эскурсия ойоштороусы ла ул була. Салауат Юлаевтың тыуған яғына тип килеүсе һәр кеше: журналист, яҙыусы, шағир, рәссам, ғалим- һәр береһе Тархан Сәғит улының өйөндә ҡәҙерле ҡунаҡ була. Уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел табып аралаша, һәр нәмәне аңлатып бирергә әҙер тора.
50 юл:
Cалауат Юлаев уның бөтә булмышын биләп алған.Уның тураһында бик күп белешмәләр уҡып, ололарҙан һорашып, Салауат Юлаев портретын яҙыуға ла өлгәшә. Картинаһында Салауат йәш, ҡыйыу ҡарашлы, сос ир-егет итеп һүрәтләнә. Был картина бөгөн Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейын биҙәй.
 
Салауат Юлаев тыуған төйәген билдәләү өсөн күп көсөн сарыф итә. Тарихсы- археолог [[Нияз Мәжитов]] етәкселегендәге экспедиция килгәс, уларҙан бер аҙым да ҡалмай,архелогтарға ярҙам итеп йөрөй, уларҙың көнкүреше тураһында ҡайғырта.
 
Аҙналы ауылы урыны билдәле булғас, үҙенең элекке уҡыусыһы, бөгөнгө көндә уның эшен дауам итеүсе, музей етәксеһе Вельмер Иштимер улы менән Учалыға барып, мәрмәр стела эшләтеп, Салауат районына алып ҡайтып ҡуйҙыртҡан.
64 юл:
Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин 1965 йылдың ноябрендә Әлкә урта мәктәбендә республикала беренсе тапҡыр Салауат Юлаев музейын ойошторған, 48 йыл ғүмерен Салауат батырҙың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүгә арнаған, Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, беренсе булып , республикала Салауат Юлаев орденын булырырға, Өфөнөң Октябрь проспектына Салауат Юлаев исемен бирергә, Салауат районы гәзитен башҡорт телендә “Йүрүҙән” тип сығарырға кәрәк тигән тәҡдимдәр менән сығыш яһаған.
 
1991 йыл 15 июндә район үҙәге Малаяҙҙа асылған Салауат Юлаев дәүләт музейы нигеҙен Тархан Сәғит улы Әлкә мәктәбендә ойошторған музей экспонаттары тәшкил итә.
28 йыл үткәс, 1993 йылда 23 февралендә Әлкә ауылында Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин икенсе тапҡыр Салауат Юлаев музейы асҡан.
Улы Айрат, Энгель, Хаммат Исмәғилевтар менән бергә мәктәп музейы өсөн картиналар эшләй. Энгель Тархан улы,папье- маше һәм башҡа материалдар ҡулланып, Салауат Юлаев менән бәйле урындарҙың барельеф картаһын төҙөй- һәр ауыл ут менән яҡтыртылып, күренеп тора.