Бөйөк Моголдар империяһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
105 юл:
XVI быуатта [[Һиндостан]]дағы сәйәси тарҡаулыҡ һәм феодалдарҙың үҙ-ара ыҙғыштары [[Кабул]] ([[Афғанстан]]) хакимы Бабурға бик ҙур һинд ерҙәрен (көнбайышта Кабулдан алып көнсығышта Бенгалияға тиклем) баҫып алыуҙы еңеләйткән.
 
=== Бабур ===
{{Төп мәҡәлә|Бабур}}
[[Файл:Babur.2.jpg|мини|Бабур]]
Бабур тарихҡа уңышлы баҫып алыусы, алыҫтан күрә белеүсе сәйәсмән, оҫта шағир, иҫтәлектәр яҙыусы һәм мажаралар эҙләүсе булараҡ кергән. Был үзбәк феодалының атаһы — [[Аҡһаҡ Тимер]] нәҫеленән, ә әсәһе [[Сыңғыҙхан]] нәҫеленән булған. Феодалдарҙың үҙ-ара һуғыштарында Афғанстанға ҡасҡан һәм Хабулда ҡулына власть алған. 1519 йылда Бабур Һиндостанға баҫып алыу яуҙары башлаған һәм уны яулауҙы маҡсат итеп ҡуйған.
 
=== Бабур яуы ===
1526 йылда Бабур 20 меңлек ғәскәре менән һиндостанға баҫып ингән, бер нисә яуҙа еңгән һәм Моголдар империяһына башланғыс һалған, һинд феодалдары өҫтөнән еңеүе менән Бабур үҙенең тәжрибәле, яуҙарҙа сыныҡҡан армияһына, оҫта артиллерияға һәм яңы һуғыш алымдарына (мәҫәлән, йәйәүле ғәскәрҙе һәм артиллерияны ҡайыштар менән бәйләнгән ылауға ышыҡлау) бурыслы булған. Император булғас (Бөйөк Моголдар империяһында императорҙы «падишаһ» тип йөрөткәндәр) Бабур феодаль ыҙғыштарҙы бөтөргән, сауҙаны ҡурсалаған, ләкин ул үҙ империяһына нигеҙ һалыр-һал-маҫтан, 1530 йылда вафат булған.
 
120 юл:
Ислам Бөйөк Моголдар империяһының дәүләт диненә, феодал аҡһөйәктәрҙең күбеһенең диненә әүерелгән. Мосолман хакимдары, халыҡтың әҙселеге вәкилдәре булып ҡалһа ла, һиндостанға быуаттар буйы идара итә алған, сөнки улар алып барған сәйәсәт, индус кенәздәре сәйәсәтенән бер нәмәһе менән дә айырылмаған. Улар шулай уҡ закон һәм тәртип һаҡлаған, һалымдар йыйған, закондарҙы тотоу шарты менән «кафырҙарға» үҙ йолалары буйынса йәшәргә мөмкинлек биргән.
 
==Бөйөк Акбар: «Бөтәһе өсөн дә тыныслыҡ» ==
{{төп мәҡәлә|Бөйөк Акбар}}
Бөйөк Моголдар империяһы Акбар[[Бөйөк Әкбәр|Әкбәр]] (1556—1605) идара иткән йылдарҙа бигерәк тә сәскә атҡан. Ул Моголдар империяһын ысын төҙөүсе, көслө үҙәкләштергән дәүләт булдырырға ынтылыусы талантлы реформатор булараҡ тарихҡа ингән. Ҡайҙа көс, ҡайҙа хәйлә менән эш итеп ул, үҙ дәүләте территорияһын күп тапҡырҙарға ҙурайтҡан.
 
Акбар үҙәк власты төрлө ҡатламдар яҡлағанда ғына империяның көслө буласағын аңлаған.
Һинд теленә яраҡлаштырып «могол» (йәғни монгол) тип әйтеү һиндостанда хәрби-феодал аҡһөйәктәрҙең мосолман өлөшөн, ә унан ситтә Дели тәхетендә нығынған Бабур династияһы нәҫелдәрен атауға әйләнгән. Был хакимдар үҙҙәрен моголдар тип атамаған.
 
=== АкбарӘкбәр реформалары ===
 
{{төп мәҡәлә|Бөйөк Акбар}}
Акбар идара итеү реформаһын үткәргән. Ул, монархҡа эшһеҙлек килешмәй, тип иҫәпләгән һәм үҙе бөтә эштәрҙең айышына төшөнгән.
 
Юл 140 ⟶ 141:
Уның дини сәйәсәте бөтә диндәрҙе лә тиң итеп таныуҙан ғибәрәт булған. Ә Акбар Филипп 2-нең Испанияла католик динен тотмаусыларҙы ҡыуыуы һәм Франциялағы ҡанлы дини һуғыштар заманында йәшәгән.
 
[[Файл:Akbar1.jpg|left|thumb|АкбарӘкбәр]]
Акбар сәнғәттәрҙе ҡурсалаусы булараҡ та танылған. Уның бойороғо буйынса ғалимдар һәм шағирҙар боронғо индус эпосын фарсы теленә тәржемә иткән. Император оҫтаханаһында рәссамдар монгол миниатюраһының гүзәл өлгөләрен яҙған, илгә католик-миссионерҙар алып ҡайтҡан Европа гравюраларынан күсермәләр яһалған. Был оҫтаханала портреттар һәм төрлө жанрҙағы күренештәр ижад ителгән, китаптар биҙәлгән.