Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры — версиялар араһындағы айырма

ә (→‎Театр репертуары: clean up, replaced: БР-ҙың → Башҡортостан Республикаһының using AWB)
(→‎Театр репертуары: орфография)
Коллектив сит ил һәм ватан классикаһының иң яҡшы өлгөләрен сәхнәләштереүгә йүнәлеш тота. Репертуар нигеҙен Чайковский, Бородин, Римский-Корсаков, Верди, Бизе, Пуччини, Моцарт, Россини, Минкус, Адан әҫәрҙәре тәшкил итә. З. Исмәғилевтың «Ҡаһым түрә» халыҡ-музыкаль драмаһы «Дирижерҙың иң яҡшы эше» (дирижеры — А. Людмилин) номинацияһында «Алтын битлек» Милли театр премияһына лайыҡ булды. З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев», «Аҡмулла», С. Низаметдиновтың «Ай тотолған төндә» һәм «Memento» милли опералары репертуар биҙәге булып тора. Беҙҙең опера йондоҙҙары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Йәмил Әбделмәнов, Раил Кучуков, Светлана Арғынбаева, Геннадий Родионов һәм башҡаларҙың исемдәре киң билдәле. С. Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта», «Золушка», А. Адандың «Жизель», Л. Минкустың «Баядерка» балеттары. Л. Исмәғилеваның «Арҡайым» балеты премьераһы ҙур уңыш менән үтте. Балет солистары Гөлсинә Мәүлиҡасова, [[Сөләймәнова Гүзәл Ғәли ҡыҙы|Гүзәл Сөләймәнова]], Елена Фомина, Руслан Мөхәмәтов, Илдар Мәнәпов, Римма Закирова, Гөлнара Хәлитова һәм башҡалар һоҡланғыс сығыш яһай. Репертуар планында балалар өсөн спектаклдәргә ҙур иғтибар бирелә.
 
Директоры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре В. Г. Рихтер етәкселегендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы мауығып яңы спектаклдәр өҫтөндә эшләй, ижади пландар менән янып йәшәй. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына ҡарата Мәскәүҙә, Башҡортостандың Мәҙәниәт көндәре сиктәрендә, [[Исмәғилев Заһир ҒарипҒариф улы|З. Исмәғилевтың]] «Урал илселәре» операһы һәм Л. Исмәғилеваның «Арҡайым» балеты ҡуйылды.
 
== Һылтанмалар ==
79 772

үҙгәртеү