Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы'''(15.10.1937, Башҡортостан Республикаһы Бөрй…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
 
'''Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы''' (15.10.1937, [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Бөрйән районы]] [[Нәби]] ауылы — 1. 08.2003, [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Бөрйән районы]] [[Иҫке Собханғол (Бөрйән районы)|Иҫке Собханғол]] ауылы) — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», йырсы, зоотехник, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы һәм «Почет билдәһе» ордены кавалеры ([[1986]]).
==Биография==
Ғилман Зәйнәғәле улы Сәфәрғәлин [[1937]] йылдың [[15 октябрь|15 октяброктябрендә]]ендә Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған. Үҙ ауылында — башланғыс, 1954 йылда [[Байназар]]ҙа урта мәктәп тамамлап, бер йыл колхозда малсылыҡта эшләй. 1955 йылда Стәрлетамаҡ ауыл профессиональ-техник училищеһының комбайнсылар курсына уҡырға кереп, 1956 йылдың яҙында Бөрйән МТС-ына комбайнсы булып ҡайта. Өс йыл рәттән колхозда иген йыйыуҙа ҡатнаша.
 
Уның тәү башлап ысын сәхнәгә сығып халыҡ алдына йырларға батырсылыҡ итеүе лә тап ошо МТС- та комбайынсы булып эшләп йөрөгән мәлдәрендә башлана. Тәүҙә ул МТС-тың художестволы үҙешмәкәрлек коллективы менән үҙҙәренең ауыл клубында сығыш яһай. Ауылдаштары уны ихлас алҡышлайҙар. Шул уҡ 1956 йылда ул "Азамат"ты йырлап, район олимпиадаһында беренсе урын ала һәм шул көндән сәхнәнән төшмәй тиерлек.