Вәлиев Лек Вәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
 
'''Вәлиев Лек Вәли улы''' ([[19 апрель]] [[1935]], [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Әлшәй районы]] [[Раевка (Әлшәй районы)|Раевка]] ауылы — [[23 март]] [[1992]], [[Өфө]]) — башҡорт совет режиссеры. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре ([[1972]]). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (19.07.[[1978]]).
 
== Ижади юлы ==
[[1959 йыл]]да Мәскәү  ер төҙөү инженерҙары институтын, [[1965 йыл]]да Ленинград театр, музыка һәм кинематография институтын тамамлай. [[Салауат дәүләт башҡорт драма театры|Салауат драма театры]] сәхнәһендә В. Сәйфуллин һәм Л. Елшанкиндың «Умырзая» драмаһы буйынса спектаклен (1964) ҡуя, был уның беренсе эше була. 1968 йылдан — Салауат театрының баш режиссеры.
[[1965]]—[[1987 йыл]]дарҙа (өҙөклөктәр менән) [[Башҡорт дәүләт академия драма театры|Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия дәүләт драма театры]]нда эшләй. Академтеатрҙа уның беренсе эше — Сыңғыҙ Айтматов «Әсә яланы» («Материнское поле») әҫәре буйынса спектакль. 1971—1981 йылдарҙа — ошо театрҙың баш режиссеры. 1987—1990 йылдарҙа — [[Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры|Сибай дәүләт драмы театры]]нда режиссер. 1990—1992 йылдарҙа — [[Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры]] режиссеры.
Юл 7 ⟶ 9:
Төрлө сәхнәләрҙә [[ М. Кәрим]], [[Н. Нәжми]], [[Нәжиб Асанбаев|Н. Асанбаев]], [[Йомағолов Илшат Хәлил улы|И. Йомағолов]], [[Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы|М. Буранғолов]], [[Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы|Х. Ибраһимов]], [[Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы|И. Абдуллин]], [[Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы|М. Садиҡова]] пьесалары буйынса 50-нән ашыу спектаклдәр ҡуя. Шулай уҡ А. Н. Островский, М. Горький, Л. Пиранделло, [[М. Ғафури]], У. Сароян, Н. Хикмәт, С. Айтматов әҫәрҙәре буйынса постановкалар ҡуя.
 
Лек Вәлиевтың «Нәркәс» (И. Йомағолов), «Салауат» (М. Кәрим), «Тиле йәшлек» (И. Абдуллин), «Онотолған» (Н. Хикмәт), «Лиола» (Л.Пиранделло), «Аҙаҡҡылар» (М. Горький), «Утлы өйөрмә» ([[Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы|Ә. Мирзаһитов]]) һәм башҡа спектаклдәре нескә лиризм, фәлсәфәлек менән һуғарылған, геройҙарҙың характерҙарына тәрән инеү уның режиссерлыҡ үҙәнсәлеге булып тора.
 
Л. Вәлиевтың художестволы алымы Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» документтарға нигеҙләнгән драмаһы буйынса спектаклендә айырыуса ныҡ сағылдырыла. Спектакль Яҡын Көнсығыш илдәрендә беренсе совет дипломатының батырлығына һәм СССР-ҙың 60 йыллығына бағышлана һәм ул дәүерҙә республиканың мәҙәни тормошонда һәм шулай уҡ башҡа илдәрҙә мөһим ваҡиға булып ҡабул ителә<ref>[http://bashdram.ru/news/rezhisser-s-osobym-darom.html]</ref>.
 
Лек Вәли улы республика режиссура мәҙәниәтенең иң күренекле вәкилдәренең береһе була. Үҙенең художество оҫталығы арҡаһында милли театрға үҙенә башҡа интонация биреүгә һәләтле булған. Уның ижадында башҡорт театр сәнғәтенең милли характерының мөһим дәүмәлдәре кәүҙәлендерелгән. М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы"н (Сибай башҡорт театры) иҫкә төшөрөү етә. Лек Валиевтың спектаклдәрендәге геройҙар өсөн әһәмиәтле булған кешелек абруйы, намыҫ, дуҫлыҡ, тоғролоҡ мәсьәләләре — уның үҙе өсөн дә бик мөһим була. Ул үҙенсәлекле һәләткә эйә, үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә, башҡалар араһында күренеп тора, үҙенә бер төрлө, матур һәм көслө була<ref>[http://bashdram.ru/news/rezhisser-s-osobym-darom.html]</ref>.