Әзербайжан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
61 юл:
 
=== Дәүләт флагы ===
{{төп мәҡәлә|Әзербайжан флагы}}
1918 йылдың 9 ноябрендә Әзербайжан Демократик Республикаһы Хөкүмәте тәү тапҡыр өс төҫлө дәүләт флагы тураһында ҡарар ҡабул итә. ӘДР-ҙың ҡолауынан һәм совет власының килеүенән һуң, 1920 йылдың 28 апрелендә был флаг кире ҡағыла. 1990 йылдың 17 ноябрендә өс төҫлө флаг Юғары НахчиванНахичеван Автономиялы Республикаһының Юғары Мәжлесе ҡарары менән кире ҡайтарыла һәм дәүләт флагы булып таныла. Шул уҡ ултырышында [[Юғары Мәжлес]] Әзербайжан ССР-ның Юғары Советына өс төҫлө флагтың Әзербайжандың дәүләт символы итеп ҡабул итеү тураһында мөрәжәғәт итә.
 
1991 йылдың 5 февралендә Әзербайжан Республикаһының Юғары Советы НахчиванНахичеван Республикаһы Юғары Мәжлесенең үтенесен ҡарай һәм өс төҫлө флагты Әзербайжандың дәүләт флагы тип таныуы тураһында ҡарар сығара. [[:ru:Флаг|Флаг]] өс төҫлө яҫылыҡ ([[:ru:Триколор|триколор]]). Һыҙаттар (күк, йәшел, ҡыҙыл төҫлө) горизонталь буйынса урынлашҡан. Флагтың уртаһында ҡыҙыл һыҙатта һигеҙ ҡырлы йондоҙ һәм ярымай төшөрөлгән. Ике һүрәт тә аҡ төҫтә. Әзербайжан Конституцияһына ярашлы, күк төҫ төрки халыҡтарҙың ғәҙәткә ингән төҫө, төркилекте символлаштыра, ҡыҙыл — үҫеште, йәшел — [[ислам]] төҫө. Ярымай ислам диненә ҡарағанлыҡты күрһәтә, һигеҙ ҡырлы йондоҙ төрөк халыҡтарының һигеҙ тармағын күрһәтә.
 
=== Дәүләт гимны ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Әзербайжан» битенән алынған