Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
55 юл:
1118 йылда, сельджук солтаны ''Мөхәммәт I'' үлгәндән һуң, Ираҡ солтанатлығы тарҡалыш кисерә башлаған. Ғәббәсиҙәр яңынан власты ҡайтарыр өсөн көрәш башлаған. 1124 йылда ''Әбу Мансур әл-Мөстәшиҙи'' сельджук солтанына — ''Мөхәммәт II'' һалым түләүҙән баш тарта һәм 30 меңлек ғәскәр йыйып, Бағдадты сельджуктар буйһоноуынан ҡотҡара.
[[Файл:Dalal Bridge.jpg|мини|Далал күпере]]
Бөүәхиҙәргә тиклемге замандан алып тәүге тапҡыр бойондороҡһоҙ хаким тип ''Мөхәмәт әл-Мөҡтәфи'' (1136—1160) идаралығы осоро һанала. Хәлифәлектең биләмәләре Тигр һәм Ефрат йылғаларының бассейнында ''Тикрит'' ҡалаһынан алып ''Шатт-әл-Ғәрәб''кә тиклем һәм ''Әл-Ҡуфа''нан алып ''Хульван''ға тиклем һуҙылған. Әл-Мөҡтәфинең вариҫтары дәүләттең сәйәси һәм иҡтисади торошон нығытҡан. Хәлифә ''Әл-Mөстәжи'' (1160—1170) сельджуктарҙыңсәлжүктәрҙең көслө союздаштарын — Мазйәҙиттәрҙе ҡыйрата, ә хәлифә ''Әл-Mөстәжи'' (1170—1180) Әзербайжан атабәктәре һәм Әйүбиҙәр менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштыра.
 
Хәлифә ''Әхмәт ән-Насыр'' (1180—1225) дәүләт составына Хузестан, Рей һәм Хамадан ҡала-өлкәләрен ҡуша. Хорезм шаһы ''Текеш'' ярҙамында Ираҡтағы сельджуктарҙы еңеп ҡуя, 1194 йылда сельджук солтаны ''Тогрул III'' хорезмлылар менән алышта һәләк була. Әммә тиҙҙән хәлифәлектең Хорезм менән низағ барлыҡҡа килә. Ән-Насыр хорезмлыларҙан Көнбайыш Иранды ташлап китеүҙе талап иткән, әммә хорезмшах Текеш Хузестанды уға биреүен һораған. 1200 йылда, Текеш үлгәндән һуң, ихтилал тоҡана, Хорезмдың ғәскәрҙәрен баш күтәреүселәр ҡыйрата.