Оман: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл:
== Тарихы==
 
Оман яр буйынан кешенең Африканан көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш Азияға күскән юлы тип һанайҙар. Б.э.т. 1-се мең йыллыҡта Оманға Йәмәндән ғәрәпләшкән ҡәбиләләр күсенгән. Б.э.т. V -VI быуаттарҙа Оман ходил өс Фарсы империяһының - (Әхмәни, Парфия батшалары Аршаҡи һәм Сәсәниҙәр дәүләте) - мәнфәғәтендә булған, уны '''Мәзун''' сатраплығына әүерелдергәндәр (баш ҡалаһы -Сухара).
 
VII быуатта Оман ғәрәпсғәрәп хәлифәтенә индерелә, был феодаль мөнәсәбәттәр тиҙләнелеүенә килтерә. Халыҡ Исламға күскән була. VIII быуат уртаһынан был өлкә урындағы хаким имамдар ҡулы аҫтында бойондороҡһоҙлоҡ ала, әммә быуат ярымдан Оманды яңынан аббаси хәлифәт яулап ала. Уларҙың хакимлығы набхан ырыуы шәйехтәре килгәнгәсә, XI быуатҡа тиклем бара.
 
XVI—XVII быуаттарҙа Оман португалиялар ҡулы аҫтына эләгә,улар 1650 йылда ғына ҡыуып ебәрелә.
27 юл:
XVIII быуат башында Оманды фарсылар яулап ала, мәгәр 1741 йылда персы уларҙы хаким Әхмәд Зафари ҡыуып сығара. Ул ҙур пират дәүләте төҙөөй, Омандан тыш Фарсы ҡултығындағы утрауҙарҙы, хәҙерге Ирандың байтаҡ яр буйын, көнсығыш Африкала Сомалины, Мозамбикты һәм шулай уҡ улар тирәһендәге күп утрауҙарҙы баҫып ала.
 
1832 йылда Оман Солтаны резиденцияһы Занзибарға күсерелә, ә 1856 йылда, ә Сәид ибн Солтан үлгәс, дәүләт уның ике улына ике үҙаллы өлөшкә  — африка һәм азия яғына бүленә. XIX быуаттың икенсе яртыһында улар айырым-айырым Британия протекторатына күсә. Мозамбик Португалиға кире ҡайта.
 
1938 йылда власҡа Солтан Сәид бин Теймур килә. Әммә шәйехтәрҙең күбеһе Англия яҡлы Маскат Солтанатын түгел, ә Оман имаматын хуп күрә, где у ласти находился Мухаммед аль-Халили. Мәгәр икенсе донъя һуғышынан һуң 1945 йылғы конференцияла Маскатта шәйехтәрҙең күбеһе Сәид бен-Теймур яғына күсә. 1970 йылдың 23 июлендә ҡан ҡоймай ғына түңкәрелеш яһап, Сәидте үҙ улы Кабус урынынан төшөрә, ул шунда уҡ Оманда иҡтисади модернизация башлай һәм социаль сикләүҙәрҙе бөтөрә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Оман» битенән алынған